Һуған йәки һарымһаҡ турағандан һуң ҡулда насар еҫ сыҡмаһын өсөн
Файҙалы кәңәштәр
1. Аш-һыу бүлмәһендәге таҫтамалдарҙы йыуыр алдынан һауыт-һаба йыуыу машинаһы өсөн таблетка һалынған һыуҙа ебетеп алығыҙ.
2. Жалюзи тимерҙәре һыймалы итеп ҡалдырып, һауыт-һаба йыуа торған губканы ҡырҡып сығығыҙ. Хәҙер инде һабынлы һыуға тығылған губка менән йыуып ғына ҡалды. Тиҙ ҙә, еңел дә ысул.
3. Газ рәшәткәһендәге ҡоромдо таҙартыу өсөн уны полиэтилен пакетҡа һалығыҙ һәм өҫтөнә водород перикисын ҡойоғоҙ. Ауыр еҫе бүлмәгә таралмаһын өсөн тиҙ генә ауыҙын бәйләгеҙ. Бер аҙҙан бер ниндәй химияһыҙ таҙа һыу менән ҡоромдо йыуып төшөрөргә була.
4. Ағастан эшләнгән турағыс таҡтаны тәбиғи хәленә килтереү өсөн башта ҡоро килеш тоҙ, унан сода һалып ышҡығыҙ. Аҙаҡ уксус ҡойоп, 10 минуттай тотоғоҙ. Йылы һыу менән йыуып төшөрөргә генә ҡалды. Турағыс таҡтағыҙ өр-яңы төҫ алыр.
5. Аш-һыу бүлмәһендә май сәсрәгән таптарҙы бөтөрөүе еңел түгел. Уны сода һәм көнбағыш майы ҡатнашмаһы менән таҙартырға була. Аҙаҡ йылы һыу менән йыуырға онотмағыҙ.
6. Пластиктан эшләнгән турағыс таҡта шыуып апртыратмаһын өсөн ике яғына резинка кейҙерегеҙ.
7. Өҫтәлдәге ашъяулыҡ шыуып төшмәһен өсөн өҫтәлде еүеш сепрәк менән һөртөгөҙ һәм аш пленкаһы менән ҡаплағыҙ. Ошонан һуң ябылған ашъяулыҡ шыуып аптыратмаҫ.
8. Һуған йәки һарымһаҡ турағандан һуң ҡулда насар еҫ сыҡмаһын өсөн ҡәһеүә шамаһы менән йыуығыҙ.
9. Быяланы таҙартыу өсөн ҡоро килеш күҙ һабынын һөртөгөҙ ҙә йомшаҡ сепрәк менән таҙарғансы ышҡығыҙ. Был ысул менән йыуылған быяла тирләмәй ҙә, тиҙ генә бысрамай ҙа.
10. Кейемдәге этикетканы еңел генә ысҡындырыр өсөн уны алдан фен менән эҫетеп алығыҙ.
11. Сәс ҡойолмаһын өсөн балалар өсөн тәғәйен шампунгә розмарин, лимон эфир майҙарын 10-ар тамсы, Е витаминының 2 капсулаһын тишеп ҡойоғоҙ. Яҡшылап болғатығыҙ. Шампунь әҙер!
12. Иренегеҙ осонһа, меновазинлы (аптекала һатыла) мамыҡты баҫып тороғоҙ, йә булмаһа меновазинлы майҙы һөртөгөҙ.
13. Аҡ төҫтәге кроссовканы таҙартыу өсөн теш пастаһына һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса менән соданы бер үк миҡдарҙа ҡушығыҙ. Теш щеткаһы менән бысраҡты йыуып төшөрөргә генә ҡалды.
14. Аҡ төҫтәге ойоҡбашты йыуыр алдынан бор кислотаһы ҡойолған йылы һыуҙа ебетеп алығыҙ.
15. Сәсегеҙ сәләмәт төҫ алһын өсөн, ҡәһеүә шамаһы менән маска эшләгеҙ һәм йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
16. Капрон колготкалар тиҙ генә һүтелмәһен өсөн, яңы сағында туңдырғыста 6 сәғәт тотоғоҙ. Түбән температура нейлонды нығыта.
17. Ҡултыҡ аҫтынан әсе тир еҫе сыҡмаһын өсөн уны көн дә ауыҙ сайҡата торған шыйыҡсаға манып алынған мамыҡ менән һөртөгөҙ. Ошондай уҡ ысул аяҡтан сыҡҡан тир еҫен дә бөтөрә.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 8d381cc6a084ab2de84e51a12f70f375