Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
13 Март 2023, 12:11

БАЛАҒА ӘЙТЕЛГӘН ТЕЛӘКТӘР

Балаларыбыҙға көн дә теләп торайыҡ:1. Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө, елдәй етеҙ, шыршылай бейек, нараттай оҙон, имәндәй таҙа, ҡайындай һылыу, һау-сәләмәт, ҙур кеше, бай бул...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

БАЛАҒА ӘЙТЕЛГӘН ТЕЛӘКТӘР
Балаларыбыҙға көн дә теләп торайыҡ:

1. Һине биргәнгә Раббыма мең шөкөр. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Арыҫландай ҡыйыу, батыр, көслө, елдәй етеҙ, шыршылай бейек, нараттай оҙон, имәндәй таҙа, ҡайындай һылыу, һау-сәләмәт, ҙур кеше, бай бул.

2. Һин минең ҡыуанысым, Әлхәмдүлиллаһ, Атай-әсәйеңә лайыҡ булырға яҙһын.

3. Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың, Инша Аллаһ; Аллаһы Раббым ярҙамын бирһен.

4. Ғәфү ит. Яңлышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.

5.Яңлыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.

6. Инша Аллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын.

7. Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!

8. Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!

9. Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул. Ҙур булып үҫ!

10. Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.

11. Аллаһының рәхмәте яуһын!

12. Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.

13. Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.

14. Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.

15. Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын.

16. Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға яҙһын.

Сығанаҡ: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1565719089700 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас