Йома сәйе
Беҙҙең әсәй әле булһа таңдан тороп,
Һәр көн иртән ашын һала, ҡамыр ҡуя.
Йә йыуаса, йә кәкре, йә бәлешен,
Йома булһа, өйөп майлап, ҡрймаҡ ҡоя.
Ялға ҡайтһаҡ, һәр иртәлә тәмле еҫтәр
Иркәләп уята беҙҙе көн дә иртән.
Сәйҙәр әҙер, ашҡа туҡмас күптән төшкән,
Өсбосмаҡтар, йыуасалар күпереп бешкән.
Изге йома беҙҙең өсөн оло байрам,
Таңдан тороп, теләк теләп, доға ҡылһаң
Фәрештәләр ҡанат ҡаға, ти әсәйем.
Ҡоймаҡ ҡойоп, таңдан эсһәң йома сәйен,
Ҡыуанышып уяланалар балалар ҙа..
Таба еҫен йәһәт һиҙеп ҡалалар ҙа,
Кескәй ҡулдар тығылалар ап-аҡ онға.
Бергәләшеп бешеренгәс, аштар уңа.
Иртүк торһаң, йорт-ереңә бәхет ҡуна.
Йома көндө ҡоймаҡ ҡойоу һауап була.
Тәмле аштар уңъып бешһә һәр иртәлә,
Бәхет юрап, күктән төшөр фәрештәләр.
Күҙ теймәһен ҡулдарыңа, әсәкәйем,
Көтөп алам һәр аҙнала йома сәйен.
Тик уңдырып бешерһәм дә шулай иртән,
Әсәйҙеке кеүек ниңә булмай икән?
Альбина Муллағол-Ғәлиуллина.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1ct_fhdUoEs