Тәрбиә
15 Февраль 2023, 09:20

МИЛЛИ БАШ КЕЙЕМЕ- ТАҪТАР

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

МИЛЛИ БАШ КЕЙЕМЕ- ТАҪТАР
("Таҫтар " иран һүҙе дастор - чалма, полотенце или головной убор)
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, яулыҡтарҙан тыш, баштарына шулай уҡ таҫтар ҙа (диалекттарҙа урама, урамал) ябынып йөрөүе билдәле. Был төр баш кейеме тураһындағы мәғлүмәттәрҙе беҙ 1770 йылда башҡорттар араһында булып киткән академик Петр Палластың яҙмаларында уҡ осратабыҙ. Ул кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар башындағы таҫтарҙың остары сигелгән икәнлеген һәм арҡаға төшөп торғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шул уҡ XVIII быуаттың аҙағында ғалим И.Г. Георги яҙыуынса, йонсоу көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының олоһо ла, йәше лә баштарына таҫтар ябына. Автор уны икенсе төрлө «татар фатаһы» тип атай. 1895 йылда Һаҡмар буйы башҡорттарында булып киткән М. Баишев ололарҙың баштарына 2-3 метр оҙонлоғондағы ситса таҫтар ябынғанлығына иғтибар итә. XIX быуаттың икенсе яртыһында П. Небольсин оҙон, асыҡ төҫтәге коленкор туҡымалы таҫтарҙы ҡашмауҙың аҫтынан ябынғандарын күрә. Таҫтарҙың биҙәлеше, уны тағып йөрөү ысулы тураһындағы мәғлүмәттәр айырыуса С.Н. Ши­тованың тикшеренеүҙәрендә асыҡ сағылыш таба. Билдәле этнографтың яҙыуынса, таҫтар Урал аръяғында һәм көньяҡ-көнсығышта киң та­ралыу алған. Ғәҙәттә, оҙонлоғо 3 метр самаһы тәшкил иткән. Остарының сигелгән өлөшө 50 сантиметр тирәһе булған. Улар айырым тегелгән. Сигеүҙә ҡыҙғылт-көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. Ҡайһы берҙә күк, һарғылт-йәшел төҫтәге ебәк ептәр ҙә ҡулланылған. Сигеүҙең бер өлгөһөләре күп төрлө. Әйтергә кәрәк, ул көньяҡ-көнсығышта бер ни тиклем айырманың булыуын билдәләй: оҙонлоғо 2 метр самаһы, осонда сигеүе юҡ. Таҫтарҙы ябыныу өсөн уны бит тирәләй башты бер нисә тапҡыр ураталар. Бер осо алғы яҡҡа төшөп торһа, икенсеһе арҡаға һалына. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡланған таҫтарҙар бар. "Айыҡ ауыл " республика бәйгеһе планына ярашлы, тарихи дөрөҫлөккә таянып, милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеүҙе дауам итеп, "Шәфәҡтәр " таҫтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунағыбыҙ Сәлиә Мырҙабаеваға бүләк иттек.

Гөлшат Тулыбаева,

Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.

МИЛЛИ БАШ КЕЙЕМЕ- ТАҪТАР
МИЛЛИ БАШ КЕЙЕМЕ- ТАҪТАР
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас