Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Февраль 2023, 15:10

АЛТЫНБИКӘ әйтемдәре

1 Кешене күтәрһәң, уның менән бергә үҙең дә күтәрелерһең.2 Эшең ихластан булһа, Аллаһ ярҙамын бирер.3 Ирҙәр -аттар, ә йүгәне... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

АЛТЫНБИКӘ Әйтемдэре:

1 Кешене күтәрһәң, уның менән бергә үҙең дә күтәрелерһең.
2 Эшең ихластан булһа, Аллаһ ярҙамын бирер.
3 Ирҙәр -аттар, ә йүгәне ҡатынында.
4 Ҡөръән - бар ғилемдәрҙең һәм белемдәрҙең нигеҙе.
5 Хәмер эсеүсе -шайтандың дуҫы, Иблестең ҡоло.
6. Рәхмәт ишетеү - ул Аллаһы тәғәләнең ризалығын алыу.
7 Кеше булыуҙың иң ҙур дәрәжәһе - Ихлас булыуҙа.
8 Һуңлаған һүҙҙең файҙаһы юҡ.
9 Кешеләрҙе тере ваҡытында ҡәҙерлә.
10 Болон биҙәге сәскәләр, тормош сәскәләре - балалар.
11 Яҡшылыҡтан яманлыҡ эҙләмә, ул унда юҡ.
12 Халыҡты халыҡ иткән – тел.
13 Йөҙ мең телдең араһында – иң матуры туған тел!
14 Өммәттә милләттәр күп, һәр милләттең үҙ халҡының теле бар.
15 Күпме генә тел белһәң дә иң тәү туған телең бел!
16 Ғаилә бутҡа түгел,уны бутарға кәрәкмәй.
17 Кеше ни эҙләй шуны табыр.
18 Башҡаға өлөш бүлгәндә үҙеңде лә буш ҡалдырма.
19 Булғандың ҡәҙерен бел.
20 Ғүмер –Аллаһ биргән аманат.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 6l0a3dyxGoQxdhRQuWf5g_RsM2LMB0kUJQuGSKs0CUQHiWX3AG0lXK7XB9XyY9yb_UoDR2zX5kwP-rQ4WeBKzJ_K

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: