Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Ғинуар 2023, 16:15

ИР ӘҘӘБЕ

Хәләл ефетегеҙҙе төрлө зиннәт менән биҙәргә ынтылмағыҙ, ә изге, мәрхәмәтле күңелен ҡатырмай һаҡлағыҙ. Шул саҡта йортоғоҙҙа ырыҫ-бәрәкәт булыр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡатынығыҙҙың ҡайғылы мәлендә лә, шатлыҡлы ваҡытында ла гел янында булығыҙ, уны ихлас күңелдән яратығыҙ.

Хәләл ефетегеҙҙе төрлө зиннәт менән биҙәргә ынтылмағыҙ, ә изге, мәрхәмәтле күңелен ҡатырмай һаҡлағыҙ. Шул саҡта йортоғоҙҙа ырыҫ-бәрәкәт булыр.

Ҡатынығыҙға донъя һәм дин ҡанундарын өйрәтегеҙ. Тура юлдан йөрөүенә һәр ваҡыт булышлыҡ ҡылығыҙ. Аң-зиһенен яҡты, рухын сәләмәт тотоу өсөн тырышығыҙ.

Гелән шәфҡәтле, асыҡ йөҙлө булығыҙ. Ҡатынығыҙҙың ихлас мөхәббәтенә хыянат итмәгеҙ. Үҙегеҙгә булған хөрмәтен юҡҡа сығармағыҙ.

Ғаиләгеҙ ағзалары ашау-эсеү, кейем-һалым алыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисермәҫкә тейеш - тейешле аҡса табығыҙ.

Ҡатынығыҙҙы көсө етмәҫлек эш менән ыҙалатмағыҙ. Золом ҡылмағыҙ, ҡул күтәрмәгеҙ. Уны ҡол, тик һеҙҙе риза итеү өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.

Һәр ваҡыт сабыр, миһырбанлы булығыҙ. Ҡатынығыҙҙы асыу һәм көс менән түгел, шәфҡәтлелек менән еңегеҙ.

Бәғзе ҡатындарҙың алдаҡсы, хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирендәлер. Шуға иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, ошо өлгөлә ғаилә ағзаларын тәрбиәләгеҙ. Ир һәйбәт икән – ҡатын яҡшы.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән алынды.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:ToQmS0O5s498sDVXetAeSCraNeorImkp7lIqkjtsNx8ZSn0nVXFABVnXjrPSGOcGGUKj73qVYMspZWYDwK_gOeYB

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: