Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Ғинуар 2023, 11:15

Ҡыҙыҡлы мәғүмәттәр...

Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?..Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йәшләй кейәүгә сыҡһаң – ҡайҙа ашығаһың, өлгөрмәҫмен тип ҡурҡаһыңмы?
Кейәүгә сыҡмаһаң – һиңә бер кем дә ҡарамай.

Бер генә бала үҫтерһәң – аҙ.
Күпләп тапһаң – ниңә хәйерселек арттыраһың?

Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.
Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?

Машина, фатир алһаң, диңгеҙгә ял итергә барһаң – ниндәй аҡсаға, буштан төшкән ере барҙыр...
Былар булмаһа — аҡса табырға эшкинмәй.

Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың фай­ҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.
Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.

Эсһәң – һин алкаш.
Эсмәһәң – сирле.

Кешегә бер нисек тә ярап булмай. Шуға үҙеңсә йәшә!

Сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмө.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: zivccaGEqI0

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: