Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Ғинуар 2023, 16:00

Вейпҡа ҡаршы закон

Үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың һаулығын хәстәрләү өсөн бындай тыйыу бик тә кәрәк...

Вейпҡа ҡаршы закон
Вейпҡа ҡаршы закон

Рәсәй Дәүләт Думаһы электрон тәмәкеләрҙе тыйыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр иттеләр парламенттың түбәнге палатаһының телеграм-каналында. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин ошо мәсьәләне ҡарарға һәм профилле комитеттарға тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Спикер билдәләүенсә, был башланғыс класс уҡыусылары араһында вейп тартыуҙың популяр була барыуы менән аңлатыла.

Бынан тыш, Рәсәй Дәүләт Думаһы никотинды электрон илтеп биреү системалары өсөн тәмәкегә акциздарҙы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Вейптар тартҡан балаларҙы хәҙер бар ерҙә лә күрергә мөмкин. Улар бындай тәмәкенең хәүефле булыуы менән бөтөнләй килешмәй. Шуға күрә ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыу мөһим. Сөнки вейптарҙың үҫешеп етмәгән бала организмы өсөн үтә лә хәүефле булыуын бар медицина белгестәре белдерә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: