Тәрбиә
19 Ғинуар 2023, 08:15

Өләсәйем аҡылы

-Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.-Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

-Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр - бәрәкәт китә...
-Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.
-Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң- шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Сит кешегә лә һөйләргә ярамай төштө.
-Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә- һыйырыңа зыян килер.
- Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмәйҙәр- бәрәкәте китә.
-Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош- ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң уңмай, ҡото китә.
-Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
-Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.
-Шишәмбе- ҡоро көн, яңы өйгә күсергә, өйләнергә ярамай.
-Шишәмбе, йома көндәрендә кер йыумағыҙ, юлға сыҡмағыҙ, оло эш башҡармағыҙ.
-Сәфәр- ҡоро ай, өйләнергә ярамай.
-Ай, йыл һуңында эш башламайҙар, оҙаҡҡа һуҙылып, ауыр барасаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:PzEtpci9gsI

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас