Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Декабрь 2022, 12:00

Алма

Шунан һуң мин бер алманы алдым да, уға мөрәжәғәт итеп: «Һин миңә оҡшамайһың! Һин йәмһеҙ алма», – тинем. Уҡыусылар миңә, был аҡылдан яҙған, ахырыһы, тигән һымаҡ ҡаранылар.Ә мин, һәр бер балаға ошо алманы һуҙып, емештең оҡшамаған яҡтарын әйтергә һәм минең кеүек иҙәнгә ташларға ҡуштым...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бер педагог үҙенең дәресендә үткәрелгән фәһемле тәжрибә тураһында:

"Бер ваҡыт дәрес алдынан кибеткә кереп ике алма һатып алдым. Уларҙың икеһе лә бер төрлө бер төҫтә, бер ҙурлыҡта. Класс сәғәтенең башында уҡ, балаларҙан: "Был алмалар нимәһе менән айырыла?» – тип һораным. Улар өндәшмәне, сөнки, ысынлап та, емештәр араһында һиҙелерлек айырма юҡ ине.

Шунан һуң мин бер алманы алдым да, уға мөрәжәғәт итеп: «Һин миңә оҡшамайһың! Һин йәмһеҙ алма», – тинем. Уҡыусылар миңә, был аҡылдан яҙған, ахырыһы, тигән һымаҡ ҡаранылар.
Ә мин, һәр бер балаға ошо алманы һуҙып, емештең оҡшамаған яҡтарын әйтергә һәм минең кеүек иҙәнгә ташларға ҡуштым. Һәр бала емештә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек табырға тырышты. Әйтергә кәрәк, кәмселектәрҙе бик тиҙ һәм еңел таптылар: « Миңә һинең ҡойроғоң оҡшамай! Һинең ҡабығың ерәнгес! Һинең эсеңдә тик селәүҙәр, ҡорттар ғына!» – тигән һүҙҙәр менән алманы сиратлап иҙәнгә ташланы улар.

Алма миңә кире ҡайтҡас, мин тағы ла шул уҡ һорау бирҙем: «Был емештәр нимәһе менән айырыла?» Балалар йәнә аптырап ҡалды, сөнки өҫтәлдә бер хәрәкәтһеҙ ятҡан алма менән, күпме генә бәргеләнһә лә, сыйылыу, йәнселеү эҙҙәре күренмәгән икенсе алма араһында айырма тойолманы.
Шунан һуң мин икеһен дә бысаҡ менән киҫтем.
Бәрелмәгән алма ап-аҡ ине, ул барыһына ла бик оҡшаны. Балалар бер тауыштан, уны рәхәтләнеп ашар инек, тинеләр. Ә бына асыулы, мыҫҡыллы һүҙҙәр менән хурланған, бәргеләнгән икенсе алманың эсе көрән төҫтә ине.
Бер кемдең дә уны ашағыһы килмәне.

Мин: « Балалар, ә бит беҙ уны шундай хәлгә килтерҙек! Был беҙҙең ғәйеп!» Синыфта ҡәбер тынлығы урынлашты. Ошо мәлдә һәр кем был алмала синыфташтарынан даими туҡмалған малайҙы күргәндер,тип уйлайым.
Бер аҙҙан һүҙемде дауам иттем: «Беҙ мыҫҡыл иткән, түбәнһеткән һәр бер кеше менән дә шулай була!
Тышҡы яҡтан йоғонтоһо юҡ һымаҡ, ә йөрәге яралы!»

Земфира Садыкова.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:apples-fruit-fresh-food-nutrition-healthy-vitamins-delicious-smell-apple-kitchen-background-vegan-nutrition-green-natural-foods-red-local-food-produce-Colorfulness-whole-food-ingredient-peach-carmine-orang

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: