Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Ноябрь 2022, 10:51

"Минең гүзәл бағыусым"

Кисә "Миләш" балалар баҡсаһында кесе тәрбиәселәр араһында бик матур конкурс үтте. Сара "Минең гүзәл бағыусым" тип аталды.  Эйе, тәрбиәселәр өсөн йыш ҡына һәр төрлө конкурстар уҙғарылып тора. Ә бына кесе тәрбиәселәрҙең бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуы. Өс көн дауамында барған конкурста барлығы 12 төркөмдә эшләгән 12 кесе тәрбиәсе көс һынап ҡараны. Тәүге көндә жюри ағзалары конкурсанттың эш урынынының таҙалығын, бөхтәлеген ҡарап сыҡты. Ә кесе тәрбиәсенең эш урыны булып йыуыныу бүлмәһе, төркөм уйнаған зал, бәҙрәф һанала. Икенсе көндө балалар ашаған өҫтәл биҙәлешен СанПиН нормативтары буйынса тап килеү-килмәүен тикшерҙеләр. Өсөнсө көн - конкурстың йомғаҡлау өлөшө булды. Ул балалар баҡсаһының тамашалар залында үтте.  

"Минең гүзәл бағыусым"
"Минең гүзәл бағыусым"

Кисә "Миләш" балалар баҡсаһында кесе тәрбиәселәр араһында бик матур конкурс үтте. Сара "Минең гүзәл бағыусым" тип аталды. 

Эйе, тәрбиәселәр өсөн йыш ҡына һәр төрлө конкурстар уҙғарылып тора. Ә бына кесе тәрбиәселәрҙең бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуы. Өс көн дауамында барған конкурста барлығы 12 төркөмдә эшләгән 12 кесе тәрбиәсе көс һынап ҡараны. Тәүге көндә жюри ағзалары конкурсанттың эш урынынының таҙалығын, бөхтәлеген ҡарап сыҡты. Ә кесе тәрбиәсенең эш урыны булып йыуыныу бүлмәһе, төркөм уйнаған зал, бәҙрәф һанала. Икенсе көндө балалар ашаған өҫтәл биҙәлешен СанПиН нормативтары буйынса тап килеү-килмәүен тикшерҙеләр. Өсөнсө көн - конкурстың йомғаҡлау өлөшө булды. Ул балалар баҡсаһының тамашалар залында үтте.

...Үгәй әсә үҙенең ике ҡыҙы менән "Золушка" әкиәтенә барып сыға. Был өсәү үҙҙәренә бушлай бала бағыусы эҙләй икән. Эҙләнә торғас улар балалар баҡсаһында үткән конкурсҡа барып сығалар. Был йомғаҡлау конкурсы "Үҙем тураһында һүҙем", "Минең яратҡан ризығым", "Эш кейемендә дефиле", "Санитар ромашка" кеүек бүлектәрҙән торҙо. Әйткәндәй, уның һуңғыһы кесе тәрбиәселәрҙең СанПиН нормаларын белеүен тикшерҙе. Шулай уҡ был көн йәнә бер конкурс төрө үткәрелде. Ул "Педагогик ситуация" тип аталды. 

Был матур конкурста жюри булып "Миләш" балалар баҡсаһы мөдире З.М. Бикйәнова, өлкән тәрбиәсе З.А. Саптарова, хужалыҡ эштәре буйынса мөдир урынбаҫары М.Р. Нурғәлиева, балалар баҡсаһы шәфҡәт туташы Г.В. Яхина, профком рәйесе Н.И. Чикунова сығыш яһаны. Бына ниһайәт еңеүселәрҙе билдәләр ваҡыт етте.

Шулай итеп, Гран-при Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы Конюковаға бирелде. 1-се урын Айгөл Рәүеф ҡыҙы Барлыбаеваға, 2-се урын Эльвира Аврик ҡыҙы Ҡәҙербәковаға, 3-сө урын Гөлназ Йәдгәр ҡыҙы Аҡбулатоваға бирелде. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: