Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Ноябрь 2022, 14:05

"Бәхетеңде аңламаның"

Ул миңә оҡшамай ҙа ине, дуҫлашып та йөрөмәнек. Әммә егет ниңәлер мин уға ғына сығырға тейеш, тип уйлай ине. Урамда тотоп алып: “Әйҙә, бөгөн үк минеке бул!”-сат йәбешеп, саҡ ҡасып ҡотолғаным да булды...

"Бәхетеңде аңламаның"
"Бәхетеңде аңламаның"

Күптән өләсәйем йәшәгән ауылға ҡайтҡаным юҡ ине. Ҡәҙерле кешем дә, туғандарым да ҡалманы тиерлек. Юл төшкәс, инеп сығырға булдым. Өләсәйемдең өйө әле лә ныҡ тора, унда алыҫ туғандар йәшәй. Күршеләге ергә һеңеп барған йортҡа иғтибар иттем. Ошо йортта йәшәгән егет миңә кейәүгә сығырға тәҡдим итеп, тенкәмде ҡоротҡайны. Ул миңә оҡшамай ҙа ине, дуҫлашып та йөрөмәнек. Әммә егет ниңәлер мин уға ғына сығырға тейеш, тип уйлай ине. Урамда тотоп алып: “Әйҙә, бөгөн үк минеке бул!”-сат йәбешеп, саҡ ҡасып ҡотолғаным да булды.

Бер йәй өләсәйемә барһам, ул кәләш алған тинеләр. Урамда егетте ят ҡыҙ менән күрҙем. “Бына, минең кәләш. Әҙер өйгә теләүселәр табылып ҡына тора ул. Һин генә үҙ бәхетеңде аңламаның. Хәҙер нисек теләйһең, шулай йәшә. Беҙҙең арала барыһы ла бөттө”,-тип аптыратып, эре генә китеп барҙылар.

Шул йәшлек йыдары иҫкә төшөп, күңелле булып китте. Туғандарымдан егет тураһында һораштым. Һаман ошо ҡыйшайып барған йортонда йәшәй икән. Өйлө булыуҙан тыш, уны тәрбиәләргә кәрәк икәнлеген аңламай ҙа шикелле. Туғандарым: “Ата ялҡау”,-тип ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы.

Светлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: