Йылан һәм бысҡы
(Хикмәтле хикәйә)
Йылан өйҙәге үҙ мөйөшөнә шыуышып китеп барғанында, иҙәндә ятҡан бысҡы тештәренә тейеп ала һәм йәрәхәтләнә. Ул нимә булғанын да аңламай, әйләнә килеп, шундай асыу менән, бысҡыны тешләп ала. Һөҙөмтәлә ул тағы ла нығыраҡ йәрәхәтләнә. Бысҡы уға ташланды, тип уйлап ул бысҡыны уратып алып, бар көсө менән уны быуа башлай. Шулай итеп ул һәләк була.
Бынан шуны аңларға була: әгәр ҙә беҙгә насарлыҡ ҡылған кешене тикшерәбеҙ һәм уға асыу тотабыҙ икән, бының менән тәү сиратта үҙебеҙгә насарлыҡ эшләйбеҙ. Тормошта ҡайһы бер нәмәләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға өйрәнергә кәрәк. Шул осраҡта ғына үҙең дә тыныс булаһың. Ә инде кешеләрҙең тикшергәне үҙенә ҡайта... мең яза булып.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: u_9c8c1fb18425f8acab4480754e00178d_800