Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Ноябрь 2022, 10:45

"Сәйгә инегеҙ!"

Ололар менән һөйләшергә, танышырға яратам. Яңыраҡ әхирәтемдә матур инәй менән таныштым. Уның менән подъезд ишеге эргәһендә осраштыҡ. Төҫкә 80 йәш тирәһелер, тип уйлап ҡуйҙым. Бишенсе ҡатҡа һуҡранмай ғына менде, сумкаһын тотошоп эргәһендә барҙым. Ингәс, ултырғысҡа ултырмай ғына итеген сисеп, төпкә үтте. Йәшен һорашһам, 90 тулған! Бына ҡайҙа ул матур өлгө!..Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ололар менән һөйләшергә, танышырға яратам. Яңыраҡ әхирәтемдә матур инәй менән таныштым. Уның менән подъезд ишеге эргәһендә осраштыҡ. Төҫкә 80 йәш тирәһелер, тип уйлап ҡуйҙым. Бишенсе ҡатҡа һуҡранмай ғына менде, сумкаһын тотошоп эргәһендә барҙым. Ингәс, ултырғысҡа ултырмай ғына итеген сисеп, төпкә үтте. Йәшен һорашһам, 90 тулған! Бына ҡайҙа ул матур өлгө!
30 йәшендә 4 бала менән тол ҡалған, ташсы булып хеҙмәт итеп пенсияға сыҡҡан инәй әхирәтемдең мәжлесендә матур итеп аят уҡыны, күҙелдерекһеҙ генә Китаптан да уҡып алды. Аҙаҡ та мәжлес мәлендә ипләп кенә ҡарап ултырам: инәйебеҙ өҫтәлдән үҙе ашай алырлыҡты ҡарап ала ла эргәһендә ултырған апайҙың тәрилкәһенә лә һала. Был миңә ярамай, уны ашап булмай, тип тә ултырманы, ярағанын, барғанын маҡтай-маҡтай ауыҙ итте. Әңгәмәне лә, яңылышыраҡ яҡҡа боролоп китеп барһа, ипле генә итеп дөрөҫ юҫыҡҡа бора һалып ебәрә.
Ат кешнәшеп, әҙәм һөйләшеп таныша, ти бит. Һөйләшеп киттек. Беҙгә ҡоҙағый булып сыҡты. Бында ла өлгө. Күптән мәрхүм булған улының ҡатынын һаман да киленем шәп тип маҡтап ултыра. "Киленем миңә килеп йөрөй, ҡәйнәм тип кенә тора, бер ергә сыҡһалар, ҡәйнәм, беҙ юлға сыҡтыҡ, ҡайтып инһәләр, ҡайтып еттек, тип шылтыратып тора,"- тип һөйләп алды.
Биш намаҙын уҡып, көн дә тиерлек аятҡа саҡырылып, аралашып йәшәй икән ул инәй.
Шундай матур булып олоғайыуының серен дә асты беҙгә! "Өйөнә бикләнеп, үҙ-үҙен ашап ултырған кеше ауырый, аралашыр кәрәк, мин яңғыҙ сәй эсмәйем, сәй эсешергә береһе килеп инеүен көтөп кенә ултырам", - тип һөйләне. Дөрөҫ бит! Бына иҫкә төштө шунда Алғаҙыла әбейҙәрҙең бергәләшеп сәй эскәне! Ҡартәсәйем менән гел ҡуша йөрөнөм. Ул турала яҙғаным да бар.
Әбделкәримгә күскәс, ҡартәсәйем ҡустыларымды алып сәйгә йөрөнө. Хатта ҡаршы күрше Сәғүрә инәйҙе Наил ҡустым ҡарап ҡына тора. "Ана, Сәғүрә инәйем самауырын өҫтәленә ултыртты, әйҙә, сәй эсергә инәйек,"- тип етәкләп ала ине.
Бына шулай, халҡым йолалары буш урында барлыҡҡа килмәгән, йола тотҡан хур булмай. Мин сәйгә йөрөү йолаһы тураһында яҙам бында. Боронғо әбейҙәр, артыҡ ҙурҙан ҡупмай, шөкөр итеп, барына байрам тип, шулай сәйләп йөрөнө. Бына бит был инәй ҙә бөгөлөп төшмәгән, әле лә матур йәшәү өлгөһө булып тора. Уйланырға урын бар...

Сығанаҡ: Ләлә Рафикованың социаль селтәрендәге диуарынан алынды.

Редакциянан: Бына шундай бай рухлы, изге күңелле инәйҙәребеҙ күптәргә өлгө булырлыҡ! Шундай матурлыҡты күрә белгән һәм халыҡҡа еткергән авторыбыҙ Ләлә Рафиҡоваға рәхмәт! Һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ һеҙгә!

"Сәйгә инегеҙ!"
"Сәйгә инегеҙ!"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: