Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Октябрь 2022, 18:15

Музейға рәхим итегеҙ!

Халыҡҡа, тәү сиратта балаларға уңайлы булһын өсөн археология музейында сара көндөҙ үткәрелә.

Музейға рәхим итегеҙ!
Музейға рәхим итегеҙ!

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә республикала «Сәнғәт төнө-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы старт ала. Был ҙур мәҙәни сараға «Ирәндек» тарих, археология һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы ла ҡушыла. Әммә халыҡҡа, тәү сиратта балаларға уңайлы булһын өсөн археология музейында сара көндөҙ үткәрелә.

Музей хеҙмәткәрҙәре дуҫлыҡҡа өндәгән, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған байрамды бергә үткәрергә саҡыра. «Ғәзиз Ватаныбыҙҙың тарихы, боронғо ҡомартҡылар ҡыҙыҡһындырһа, мотлаҡ килегеҙ», - ти улар.
Музей 4 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем эшләй. Инеү бушлай.
Музейҙың адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 20 («Гөлназ» магазины» туҡталышы).

Музейға рәхим итегеҙ!
Музейға рәхим итегеҙ!
Музейға рәхим итегеҙ!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: