Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
24 Июнь 2022, 18:25

Ярты йылдан эшләй ул...

Сәбәбе ябай – “арыным”, “иртән дә көн бар”, “хоккей башлана”...

Ярты йылдан эшләй ул...
Ярты йылдан эшләй ул...

Минең ирем кеүектәрҙе “алтын ҡуллы” тип йөрөтәләрҙер. Сөнки ҡулынан килмәгән эше юҡ. Электр үткәреү булһынмы, төҙөлөш эштәреме – барыһын эшләй. Өйҙәге ирҙәрҙең ваҡ эштәрен һанап та тормайым. Тик бер етешһеҙлеге бар шул. Эшләп бөтөп барған эшен ташлап китеүе бар. Сәбәбе ябай – “арыным”, “иртән дә көн бар”, “хоккей башлана”. Биш минутлыҡ эше ошонан һуң айлап эшләнмәй ҡалыуы бар. Шкаф алдыҡ. Ҡороп ултыртты ла, бер ишеген ҡуйҙы ла, икенсеһе һаман һөйәлеп тора. Яңы бүлмәгә электр уты үткәрҙе лә, лампочкаһы боролмаған. Үҙе эшләгән душ кабинаһының, ишеге юҡ ине. Бер көн ҡәйнеш килгәс, ҡуйыуын һораным. Өндәшмәһәм ни була инде? Ҡәйнеш терәлеп торған ишекте ҡулынан ысҡындырып ярҙы ла ҡуйҙы. Хәҙер иремә: “Душтың ишеген ҡасан ҡуяһың?”-тип һорарға ла ҡурҡып, өндәшмәй йөрөйөм. Бәлки, берәй ярты йыл үтһә, үҙенән-үҙе ярылған тип уйлар.

В.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: