Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Июнь 2022, 15:50

Ялҡау фельдшер

Беҙҙең фельдшер бигерәк ялҡау. Түтәлдәрен ҡый баҫҡан, тупһаһы ғына түгел, кухняһы ла бысраҡ...

Ялҡау фельдшер
Ялҡау фельдшер

КҮҢЕЛ ТҮРЕНӘН

Кеше һүҙенә ҡалыуы оҙаҡ түгел шул. Уйламағанда ҡыуандырып яуған ямғырҙарҙан һуң ишек алдында ҡый үҫеп китте. Балалар ситтә, үҙем өлгөрә алмайым. Шулай эштән ҡайтып торһам (ауылыбыҙ “ҡартая”, күп өлкәндәргә өйөнә барып укол һалам, ҡапыл сығып китеп тә булмай яндарынан), күрше килеп инде. Яңыраҡ пенсияға сыҡҡан апай ишек алдын һөҙөп ҡарап алды. Ҡый баҫҡан түтәлдәрем өсөн уңайһыҙ булып китте. “Эштән бушап булмай ҙа ҡуя”,-тинем ниңәлер аҡланып.

Ул “һин ҡайҙа инде, эшең күп. Беҙ ҙә ҡаҡшатабыҙ һине”,-тип һөйләнеп алды ла: “Миңә укол һалып ҡына ебәр әле”,-тип үтенде.

Йомошон йомошлап, сәй эсереп сығарып ебәрҙем. Мал ҡайтты. Баяғы түтәлдәр тағы уталмай ҡалды.

Бер нисә көндән шул апайҙың: “Беҙҙең фельдшер бигерәк ялҡау. Түтәлдәрен ҡый баҫҡан, тупһаһы ғына түгел, кухняһы ла бысраҡ”,-тип һөйләгәнен ишетеп ҡалдым.

Бына шулай, кеше һүҙенә ҡалмаҫ өсөн өйөңә түгел, ишек алдыңа ла бер кемде индермәҫ кәрәк икән.

Ялҡау” фельдшер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: