Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Июнь 2022, 11:00

Ятып илаһа ла ...

Баймаҡта хәҙер магазиндар күп булһа ла, барыһы ла эштән ҡайтҡанда барыбер сираттар була. Ошо уҡ ваҡытта магазинға йөрөгән ололар ҙа аптырата. Көндөҙ, кеше юҡта, иркенләп һатып алып ҡалмай. 3-4 йәштәге кескәйҙе етәкләгән йәш ҡатын да сиратта тора. Бала: “Әсәй, жевачка, әсәй, шоколад...”-тип бер туҡтауһыҙ мыжый. Әсәһе “юҡ” тип ҡарай, бала иҙәнгә ятып илай башланы. Шул ваҡыт бер әбей: “Ҡыҙым, ал нимә һорай. Үҙем аҡсаһын түләрмен”,-тине. Ҡатын “кәрәкмәй” тигәнде белдереп баш сайҡаны. Тик әбей ҡуймай, “алып бирәм” тип туҡтауһыҙ һөйләнә-бәйләнә. Шул саҡ кассир ҡыҙ балаға ҡарап: “Бөгөн беҙ жевачкалар һатмайбыҙ”,-тине. Бала: “Шоколад”,-тип ауыҙын асҡайны: “Шоколадты ла!”-тине. Ҡатын йылмайып, рәхмәт әйтеп сығып китте. Кассир ҡыҙ әбейгә ҡарап: “Инәй, баланың битен күрмәнегеҙме ни? Бите диатездан сыбарланып бөткән. Ярамай уға кәнфит! Ә һеҙ асыуланып тороп аҡса тәҡдим итәһегеҙ”,-тип ҡуйҙы.

Ятып илаһа ла ...
Ятып илаһа ла ...

Баймаҡта хәҙер магазиндар күп булһа ла, барыһы ла эштән ҡайтҡанда барыбер сираттар була. Ошо уҡ ваҡытта магазинға йөрөгән ололар ҙа аптырата. Көндөҙ, кеше юҡта, иркенләп һатып алып ҡалмай. 3-4 йәштәге кескәйҙе етәкләгән йәш ҡатын да сиратта тора. Бала: “Әсәй, жевачка, әсәй, шоколад...”-тип бер туҡтауһыҙ мыжый. Әсәһе “юҡ” тип ҡарай, бала иҙәнгә ятып илай башланы. Шул ваҡыт бер әбей: “Ҡыҙым, ал нимә һорай. Үҙем аҡсаһын түләрмен”,-тине.

Ҡатын “кәрәкмәй” тигәнде белдереп баш сайҡаны. Тик әбей ҡуймай, “алып бирәм” тип туҡтауһыҙ һөйләнә-бәйләнә. Шул саҡ кассир ҡыҙ балаға ҡарап: “Бөгөн беҙ жевачкалар һатмайбыҙ”,-тине. Бала: “Шоколад”,-тип ауыҙын асҡайны: “Шоколадты ла!”-тине. Ҡатын йылмайып, рәхмәт әйтеп сығып китте. Кассир ҡыҙ әбейгә ҡарап: “Инәй, баланың битен күрмәнегеҙме ни? Бите диатездан сыбарланып бөткән. Ярамай уға кәнфит! Ә һеҙ асыуланып тороп аҡса тәҡдим итәһегеҙ”,-тип ҡуйҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: