+27 °С
Облачно


Улыбыҙға дүрт йәш. Ял көндәрендә иптәшем уны тышҡа уйнарға алып сыға. Улыбыҙ бик тыныс, ул күберәк үҙ аллы уйнай. Ирем иһә янына йыйылған балалар менән футбол уйнай, йүгерә, рәшәткәнән-рәшәткәгә һикерә.
Бер ял көнө иртәнсәк иртә менән кемдер ишек шаҡый. Асһам, бәләкәй малай тора. “Ә Рәил сығамы?”-ти. Көлөүемдән саҡ туҡтай алдым. Рәил – ул минең ирем.
Линара.