Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
30 Апрель 2022, 10:25

Янғынды булдырмау - беҙҙең бурыс

Кисәнең маҡсаты янғындың килеп сыҡҡан сәбәптәрен һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу сараларын, янғынды тәжрибәләр ярҙамында нисек һүндереп булыуын, шырпы ниндәй ҙур бәлә килтереүен аңлатыу ине...

Янғынды булдырмау - беҙҙең бурыс
Янғынды булдырмау - беҙҙең бурыс

Янғынды булдырмау- беҙҙең бурыс!

Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, шуға ла уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү, янғындарҙа йәрәхәтләнеүҙәрҙе профилактикалау - беҙҙең төп бурыс. Ошо көндәрҙә Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Урманды янғындан һаҡла!» исемле кисә - осрашыу уҙҙы. Кисәнең маҡсаты янғындың килеп сыҡҡан сәбәптәрен һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу сараларын, янғынды тәжрибәләр ярҙамында нисек һүндереп булыуын, шырпы ниндәй ҙур бәлә килтереүен аңлатыу ине. 

Кисәгә Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструкторы Радик Ибраһим улы Хәсәнов һәм Баймаҡ урман хужалығының Юлыҡ бүлексәһе етәксеһе Хәлит Ғәле улы Вәлишин саҡырылды. Белгестәр үҙҙәренең сығышында статистик мәғлүмәттәр менән генә таныштырып ҡалманы, уҡыусыларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә, уларҙы теүәл үтәргә саҡырҙы. Мәктәп уҡыусылары менән янғын сығыу осрағына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында инструктаж үткәрелде, һөйләшеү барыһының да ҡуйылған бурысты яҡшы белеүҙәрен асыҡланы.

Үҙ сиратында балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ихлас әңгәмә ҡорҙо. Шулай уҡ ҡунаҡтар сығарылыш класс уҡыусыларына урман хужалығы һәм янғынға ҡаршы көрәш белгестәре өсөн ниндәй уҡыу йорттары барлығы тураһында белешмә бирҙеләр, үҙҙәренең сафтарын тулыландырырға саҡырҙылар.

Кисәне “Йәш урмансылар” түңәрәге ағзаларының шиғри шәлкемдәре, мәктәп уҡыусыларының һүрәттәр күргәҙмәһе биҙәне. Сараны йомғаҡлап, мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, был сараның мөһим һәм актуаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Йәй яҡынлашыу менән бер рәттән янғындар артыуын да күҙәтәбеҙ, шуға күрә уҡыусылар өсөн фәһемле һәм кәрәкле сара уҙҙы, тип һанайым.

Әлфирә Азаматова, Беренсе Этҡол мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: