Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Март 2022, 17:25

Интернет түгел, әсәйҙәр өйрәтергә тейеш

Ҡыҙҙарҙың бар яҡтан да һаҡланып, алама ғәҙәттәргә бирелмәй, иртә енси тормоштан баш тартып йәшәүе уның әсәһе менән мөнәсәбәтенә бәйле. Әгәр әсә ҡыҙының йәшенә ярашлы итеп барыһын да ваҡытында һөйләп-аңлатып бара, ә ҡыҙы әсәһен иң яҡын кешеһе итеп күрә икән, балағыҙ өсөн борсолорға кәрәкмәҫ...

Интернет түгел, әсәйҙәр өйрәтергә тейеш
Интернет түгел, әсәйҙәр өйрәтергә тейеш

Ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенә тағы бер тәьҫир итеүсе күренеш ул – мода. Һәр ҡыҙ баланың гардеробында һығып торған джинс салбар, тар эске кейем бар. Нәҡ ошо кейем енси органдар инфекцияһы, янбаш һөйәгенең формаһы үҙгәреүгә килтерә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең хатта “джинсовый таз” тигән термины ла барлыҡҡа килде. Тар кейемдән формаһын үҙгәрткән янбаш һөйәге киләсәктә бала тапҡанда ауырлыҡтар тыуҙыра, операцияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Әлбиттә, мода артынан күҙәтеп барған ҡыҙҙарҙы был кейемдең зыянлығы тураһында әйтеп туҡтатып булмай. Шуға күрә ҡыҙығыҙ менән тар кейемде һәр саҡ түгел, ә ниндәйҙер сараға барғанда ғына кейеү тураһында килешергә кәрәк. Мәктәпкә лә ҡыҙ балаға сарафан, итәк кейҙереү мөһим. Сөнки салбар йомшаҡ туҡыманан тегелгән осраҡта ла, ултырған саҡта эс-янбаш тирәһен һығып тора. Был үҫешкән организмға зыян килтерә.

Иртәнсәк мәктәпкә китеп барған юғары класс ҡыҙҙарының капрон колготкиҙа ғына булыуы йәки биле асыҡ булған куртка кейеүен күрергә тура килә. Был көҙ-яҙлы ғына түгел, ә ҡышҡыһын да күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар иртә йәштән цистит менән яфалана, бөйөр ауырыуҙарына дусар була. Был киләсәктә тулыһынса һаулыҡты ҡаҡшатыуы бар. Ҡыҙҙарға хатта ергә лә түшәк түшәмәйенсә ултырырға ярамауын онотмағыҙ. Ҡышҡыһын артыҡ һығып торған кейемдең тағы ла нығыраҡ зыян килтереүен онотмағыҙ. Колготки, эске кейем синтетик булмаҫҡа тейеш, уларҙың йөйө тәнде бер нисек тә ышҡырға тейеш түгел.

12-14 (ҡайһы саҡта һуңғараҡ) ҡыҙҙарҙың күрем мәле етә. Был хаҡта бала интернеттан уҡып түгел, ә әсә кешенән белергә тейеш. Ҡыҙҙарҙың бар яҡтан да һаҡланып, алама ғәҙәттәргә бирелмәй, иртә енси тормоштан баш тартып йәшәүе уның әсәһе менән мөнәсәбәтенә бәйле. Әгәр әсә ҡыҙының йәшенә ярашлы итеп барыһын да ваҡытында һөйләп-аңлатып бара, ә ҡыҙы әсәһен иң яҡын кешеһе итеп күрә икән, балағыҙ өсөн борсолорға кәрәкмәҫ. Әгәр инде ҡыҙ интернет “тәрбиәһенә” тапшырылған икән, уның ниндәй юлдан китәсәге билдәһеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: