Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Март 2022, 15:35

Тотлоҡҡан балаға ярҙам итеү мөһим

Тулҡынлы тотлоғоуҙа, баланың тотлоғоуы йә ҡапыл һәйбәтләнеп, йә, киреһенсә, тотлоғоуы көсәйеп китеүе мөмкин. Был ваҡытта ата – әсә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тейеш, ә тағы ла балаға яҡыныраҡ, иғтибарлыраҡ булыу мотлаҡ.

Тотлоҡҡан балаға ярҙам итеү мөһим
Тотлоҡҡан балаға ярҙам итеү мөһим

Хәҙерге ваҡытта балаларҙың тотлоғоуы – иң күп таралған күренеш тип әйтергә мөмкин. Ул күберәк кескәй саҡта барлыҡҡа килә һәм дауаланмағанда оҙаҡҡа һуҙылырға мөмкин.

Ҡайҙан килә һуң ул тотлоғоу?

Баланың телмәре кескәй ваҡытта бик тиҙ үҫешә. Сабый бер йәше тулыу менән тулы һөйләмдәр менән, асыҡ итеп, өлкәндәрҙең һүҙҙәрен ҡулланып һөйләшә башлай. Был ата-әсәләрҙең ғорурлығына әүерелә. Баланы күп өйрәтәләр, уға күп һөйләйҙәр, өлкәндәр һөйләгән шиғырҙарҙы, йырҙарҙы ятлаталар. Килгән һәр кешегә кескәйҙең үҫешен, күп белеүен күрһәтә башлайҙар. Быларҙың бөтәһен дә бала ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла яҡшы кеүек, тик кескәй насар йоҡлай, төшөндә илай, мыжый, бөтә нәмәгә лә ҡыҙыҡһыныуы һүлпәнәйә.

Был баланың сынығып етмәгән психикаһы үтә күп мәғлүмәткә ҡаршы тора алмауын күрһәтә.

Тотлоғоу ике йүнәлештә була:

1. Даими йәки тотороҡло.

2.Тулҡынлы

Тотлоғоу күберәк ҡыҙ балаларҙа күҙәтелә.

Тотлоҡҡан баланың ата- әсәһе, нимә белергә тейеш?

- өй шартарында балаға дөрөҫ режим,

-тыныс мөхит,

-баланы ыңғай һәм кире эмоцияларҙан һаҡлау,

-кескәйҙең нимәнән ҡурҡҡанын, уның күңел торошон асыҡлау кәрәк.

Тотлоғоуҙан дауалау өсөн ата-әсәгә бер нисә кәңәш:

Бала менән ҡуша таныш йырҙарҙы өйрәнегеҙ, ҡушылып йырлағыҙ. Йырҙарҙың һүҙҙәре ябай, еңел булырға тейеш. Һөйләшкәндә лә көйләп һөйләшергә өйрәнегеҙ, балаға йомошто ла көйләп ҡушығыҙ, ул да һеҙгә көйләп яуап бирһен, уны һеҙ уйынға әуерелдерегеҙ.

 

Тотлоғоуҙы тиҙ генә дауалап булмай, шуның өсөн тыныс, түҙемле булығыҙ.

Тулҡынлы тотлоғоуҙа, баланың тотлоғоуы йә ҡапыл һәйбәтләнеп, йә, киреһенсә, тотлоғоуы көсәйеп китеүе мөмкин. Был ваҡытта ата – әсә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тейеш, ә тағы ла балаға яҡыныраҡ, иғтибарлыраҡ булыу мотлаҡ.

Был ваҡытта балаға телевизор ҡарау, телефон менән, компьютерҙа ултырыу ҡәтғи тыйыла.

Баланың күңеле бик һиҙгер, ул һәр бер борсолоуҙарға, уға булған ҡарашҡа, ата-әсәнең бер –береһенә булған кире мөнәсәбәттәренә ныҡ иғтибар итә.

Шуның өсөн дә тик һөйөү, ғаиләләге тыныслыҡ, иркәләү менән генә һеҙ баланы тотлоғоуынан дауалауҙа ярҙам итә алаһығыҙ.

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, уларға һәр ваҡыт дуҫ һәм иптәш булып ҡалығыҙ.

Мәүлиҙә Ҡашҡарова, “Миләш” балалар баҡсаһының уҡытыусы –логопеды

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: