Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Март 2022, 13:55

Баланы аллалаштырыу - киләсәген юҡҡа сығарыу

Һатыусының йәне көйөп: “Улы ла, килене лә яҡшы урында эшләйҙәр. Ә инәй тинлектәр тотоп үҙенә сәй эсергә йә булочка, йә яңы бешкән икмәк алырға килә. Ул әбейҙең пенсияһын нимәгә алып ятырға? Оят юҡ хәҙерге кешеләрҙә!”-тип һөйләнеп алды.

Баланы аллалаштырыу - киләсәген юҡҡа сығарыу
Баланы аллалаштырыу - киләсәген юҡҡа сығарыу

Магазинда икмәккә ике һум аҡсаһы етмәгән инәй аптырап ҡалды. Һатыусы: “Инәй, пенсия карточкаң ҡайҙа һуң? Ярай, берәй ваҡыт ташлап китерһең әле ике һумды. Булмаһа – хәйер булыр”,-тип ҡул һелтәне.

Оло йәштәрҙәге инәй: “Минең банк карточкам улымда ул. Ә миңә нимәгә кәрәк аҡса? Барыһын да балалар үҙҙәре алып килә”,-тип һөйләнә-һөләнә сығып китте.

Һатыусының йәне көйөп: “Улы ла, килене лә яҡшы урында эшләйҙәр. Ә инәй тинлектәр тотоп үҙенә сәй эсергә йә булочка, йә яңы бешкән икмәк алырға килә. Ул әбейҙең пенсияһын нимәгә алып ятырға? Оят юҡ хәҙерге кешеләрҙә!”-тип һөйләнеп алды.

Ирекһеҙҙән, халҡыбыҙҙың бер нисә тиҫтә йыл элекке генә йәшәйеше хәтергә төштө. Өй түрендә әсә йәғни ҡәйнә ултыра. Улы ла, килене лә эш хаҡын уға алып ҡайтып тоттора. Ә инде оло кеше аҡсаны ҡайҙа, нисек, күпме ебәрергә икәнен үҙе хәл итә. Хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Инде үҙҙәре ҡартатай-өләсәй булған “балалар” ҙа ата-әсәһен таларға оялмай. Ул ғына түгел, донъялағы иң ҡәҙерле булырға тейешле кешеләренә ҡул күтәреүселәр арта бара. Һәм был ҡот осмалы гонаһты аңлатырлыҡ та, ғәфү итерлек тә һүҙҙәр юҡ бит! Балалары тарафынан ҡыйналып йәшәгән өлкәндәр бер кемгә зарланмай. Ҡайҙан инде ул полицияға мөрәжәғәт итеү?! “Үҙ балам бит”,-ти ололар күҙ йәштәре аша. Ә “бала”ның күптән яһил, йәнһеҙ әҙәм аҡтығына әүерелгәнен ата-әсә (был бигерәк тә әсәләргә хас) аңларға теләмәй. Язаһыҙлығын тойған әшәке “балалар” хаттин аша. Йыш ҡына бындай хәлдәр оло йәштәгеләр өсөн күңелһеҙ тамамланып ҡуя. Прокуратуралағы, судтағы шундай эштәргә күҙ һалһаң, оло йәштәге ата-әсәһен язалатҡан ир һәм ҡатындарҙың бала сағында ел-ямғыр теймәй, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫеүенә иғтибар итәһең. Эскелеккә һабышҡан, кескәй саҡтарында балаларын йүнләп ҡарамаған оло йәштәге ата-әсәләрҙе, күпселек осраҡта ул-ҡыҙҙары ҡәҙерләп, һаҡлап, бер һүҙ тейҙермәй тәрбиәләһә, яҡшы шарттарҙа үҫкәндәрҙең ҡанһыҙлығынан сәстәр үрә тора.

Был нимәнән килә һуң? Иғтибар итһәгеҙ, һуңғы бер нисә тиҫтә йылда балалар культы йәғни баланы аллалаштырыу күренеше барлыҡҡа килде. Күпселек ғаиләләрҙә ҡунаҡ йыйылһа, өҫтәлдең түренә кескәйҙәр барып ултыра. Уларға ололарҙы ихтирам итеү, табын артына иң тәүҙә өлкәндәр ултырырға тейешлеге аңлатылмай. Аят мәжлестәрендә балаларҙың “баш түбән” йөрөп, шау-шыу килгәнен дә күҙәтергә тура килә. Тыйыу юҡ. Ә әсә кеше: “Бына беҙ шундай ныҡ гиперактивный. Табиптар ҙа шундай диагноз ҡуйҙы. Ҙурая килә үтергә тейеш”,-тип йылмая. Тыйыу күрмәгән, ябай, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре өйрәтелмәгән баланың холҡо нисек үҙгәрергә тейештер инде?

Тағы бер яңы күренеш: балалар өлкәндәр менән ярышып хәбәр һөйләй, уларҙы бүлдерә. Табынға йыйылған бар кеше кескәйҙең аҡыллы булыуына сәпәкәй итә. Үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән эгоист шулай барлыҡҡа килә лә. Мәктәптә уҡытыусының балаға тауыш күтәреү түгел, ә ҡырын ҡарарға ла хоҡуғы юҡ. Юғиһә баланың “психикаһы боҙола”.

Тыймай, өйрәтмәй, ҡатыраҡ өндәшмәй – кемдәрҙе үҫтерәбеҙ һуң беҙ? Ә балалар хәҙер бар яҡтан да аҡыллы ғына түгел, хәйләкәр ҙә. Улар интернет аша өлкәндәр белмәгән мәғлүмәтте туплап өлгөрә һәм ата-әсәһе, уҡытыусылар менән оҫта ғына идаралыҡ итә. Был бигерәк тә үҫмерҙәргә хас. Әлбиттә, был ысынлап та баланың үҙенсәлекле мәле. Гормондарына баш булып өйрәнмәгән үҫмерҙең ҡыланыштарын контролдә тотоуы бик ауыр. Әммә күпселек осраҡта ололарҙың психологияһына нисек баҫым яһарға икәнен өйрәнеп алған балалар уларҙың күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртеп, үҙенекен эшләтергә өйрәнеп ала. Шулай булмаһа 15 йәшлек ҡыҙҙың: “Әсәйем миңә айфон һатып алмай ине. “Аҡса юҡ” тей ҙә ҡуя. Бер көн тағы ла айфон һораным да, әсәй һаман риза булмағас, яҫтығым аҫтына үткер бритваны йәшереп ҡуйҙым. Әсәйем минән һуң урынды йыйыштырғанын яҡшы беләм. Икенсе көндө үк ул кредитҡа айфон алып бирҙе”,-тип тантана итеүен нисек аңларға?

Әлбиттә, һәр кем өсөн бала – иң ҡәҙерлеһе. Халҡыбыҙ : “Бала тип ҡоштоң ҡошо тоҙаҡҡа төшә”,- тип юҡҡа әйтмәгән. Әммә сикһеҙ һөйөүҙе бар нәмәне рөхсәт итеү, теләгәнен алып биреүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Бар проблемаһын хәл иткән, ел-ямғырҙан һаҡлаған ата-әсә ҡапыл юҡҡа сыҡһа (тормошта төрлө хәлдәр була), бала артабан нисек йәшәйәсәк? Башҡалар бит уның алдына теләгән нәмәһен килтереп, әпәүләп тормаясаҡ. Өлкәндәрҙең үҙе өсөн бар нәмәнән баш тартып, иң тәүҙә балаһын тәмле итеп ашатҡан, кейендергән, башҡа каприздары тулыһынса үтәлгән бала шулай булырға тейеш икән тип үҫә. Һәм, әлбиттә, өлкәнәйгән ата-әсә бындай ул-ҡыҙынан изгелек көтә алмай. Сөнки кескәй сағынан бала тик уның теләктәре генә үтәлергә тейеш, ә әсәй менән атай түҙә ала, уларға бер нәмә лә кәрәкмәй икән тигән тәғлимәтте һеңдергән.

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың дәресендә “шылт” иткән тауыш та булмай, уҡыусылар был фәндән яҡшы өлгәшә лә. Юҡ, уҡытыусы ҡысҡырмай-әрләмәй, хатта балалар менән ҡайһы саҡта шаярып һөйләшеп тә ала, әммә уны бер һүҙһеҙ тыңлайҙар. Ни өсөн? Сөнки бындай уҡытыусыла ниндәйҙер көс, башҡаларҙы буйһондороу сифаты һиҙелә. Ә балалар (хәйер, улар ғынамы?) үҙенән көслөрәкте, кәрәк саҡта һеңгәҙәтә әйтеп, шаҡ ҡатырып ултыртып ҡуйған кешене ихтирам итә һәм ҡурҡа ла. Был уларға ошо уҡытыусы янында бар эгоизмын, мин-минлелеген тыйырға мәжбүр итә лә.

Уйланырға урын бар, шулай бит, ата-әсәләр?

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: