Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
18 Ғинуар 2022, 17:30

Һүрәтенән - кисерештәрен бел

Балаларҙың рәсеменән ниндәй мәғлүмәт алып була?

Балаларҙың рәсеменән байтаҡ мәғлүмәт алып була. Һүрәттәр, ғәҙәттә, кескәйҙәрҙең ата-әсәһе, йәштәштәре, эргә-тирәһендәгеләр менән мөнәсәбәтте күрһәтә. “Өй, ғаилә, балалар” кеүек ябай сюжеттан бәләкәстең донъяға ҡарата ниндәй кимәлдә асыҡ булыуын, уны нимә борсоуын күрергә мөмкин.

Рәсемдең һәр детале мөһим. Мәҫәлән, әгәр йорт ҡағыҙ битенең ҙур өлөшөн алып торһа һәм ишектәр асыҡ булһа, бала аралашыусан тигәнде аңлата. Бәләкәй ишектәр – үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ билдәһе, ишектәр бөтөнләй юҡ икән, бәләкәскә ата-әсәһе менән аралашыу, күңел йылыһы етмәй. Ишек ҡырҙан эшләнһә йәки уға йоҙаҡ эленһә, бала үҙен яңғыҙ тоя йәки тирә-йүндәгеләрҙән сикләнә, үҙенә бикләнә.

Өй һүрәте сабый сағынан балаға ата-әсәһе тарафынан һалынған нигеҙҙе сағылдыра. Шуға уның уртала тороуы яҡшы. Әгәр йорт ҡайҙалыр ситтә йәки алыҫта урынлашһа, бала ситләтелгән. Ғаиләләге насар мөнәсәбәт хаҡында бушлыҡҡа табан (йәғни ишеккә түгел) йүнәлтелгән баҫҡыс та бәйән итә.

Тәҙрәләр ҙә мәғлүмәткә бай. Күп тәҙрәле өй баланың тиңдәштәре менән аралашыуҙа асыҡ булыуын, ә ҡорғандар аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисереүен хәбәр итә. Рәшәткәле тәҙрәләр иһә эске ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы һәм комплекстары барлығын күрһәтә.

Мөрйә мөнәсәбәттәрҙең йылылығын, баҫалҡылыҡты белдерә. Яратыу етмәүен мөрйәнән сыҡҡан төтөн әйтеп бирә ала. Нәҙек төтөн һуҙылып сыҡһа, бала ата-әсәһе менән күберәк аралашыуға мохтаж. Ҡуйы төтөн – күңелдәге ауыр тойғо. Ә ҡыйыҡ артынан әҙ генә күренеп торған мөрйә баланың кисерештәре менән бүлешкеһе килмәүен һөйләй.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: