Тәрбиә
16 Января 2022, 06:30

Тәрбиә етмәй

Туҡмалғанға ҡарағанда мыжыҡтары күберәк бит

Туҡмалған балаларға ҡарағанда үтә мыжыҡ һәм боҙоҡтары күберәк. Магазинда эшләйем. Ябылыр ваҡыт етһә, балаһын ҡосаҡлап бер ҡатын килә. Йоҡлар алдынан балаһын тынысландыра икән. Тик балаһы магазинда тағы нығыраҡ мыжый башлай. Уныһын һорай, быныһын, һәр нәмәне әсәһе тоттороп күрһәтә һатып алмаһалар ҙа. Мин йәһәтерәк магазинды бикләп ғаиләм янына ҡайтҡым килә. Ҡайҙа ул! Бар нәмәне тотҡослатып, күбеһен иҙәнгә төшөрөп, нервыны ашап сығып китә ошо ҡатын. Балаһы бер туҡтвуһыҙ илай, быныһы "ну что ты маленький, что ты хороший, сейчас мама тебе всё купит" тип попугай һымаҡ ҡабатлай. "Маленький" тигән балаһы быйыл мәктәпкә бара икән. Елтерәтер кеше юҡ әпсәһенә лә, балаһына ла!
Әсмә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас