Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
12 Сентябрь 2021, 13:45

Атайҙар! Һеҙ бик кәрәк бит!

Ҡайһы бер атайҙар балалар менән үҙҙәрен нисек тоторға, ниндәй мәлдән тәрбиә бирә башларға кәрәк икәнен белмәйҙәр. Ә тәрбиәләүгә бала тыуғандан тотоноу мөһим. Ҡайһы бер атайҙар, бала әҙерәк ҙурайыуын көтә. Был фекер дөрөҫ түгел...

Бала өсөн яратҡан, яғымлы, иркә әсәһе эргәһендә, батыр, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәгән, терәк булырҙай атайҙың булыуы бик мөһим. Әммә һуңғы ваҡытта атай, әсәй һәм бала араһындағы мөнәсәбәттәр үҙгәрҙе. Хәҙерге ваҡытта буласаҡ әсә кеше баланы табырғамы, юҡмы икәнен күберәген үҙе хәл итә.

Ҡайһы бер атайҙар балалар менән үҙҙәрен нисек тоторға, ниндәй мәлдән тәрбиә бирә башларға кәрәк икәнен белмәйҙәр. Ә тәрбиәләүгә бала тыуғандан тотоноу мөһим. Ҡайһы бер атайҙар, бала әҙерәк ҙурайыуын көтә. Был фекер дөрөҫ түгел. Яңы тыуған сабыйға үҙенең һөйөүен, йылылығын биреп, ата кеше кескәйҙең ышанысын, һөйөүен яуларға өйрәнә. Ул балаһын үҙ ҡосағына алып, уның көсһөҙлөгөн тойоп, үҙ балаһы өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Шул ваҡытта ғына бала уға ҡарата һөйөү менән яуап бирәсәк.

Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа ата һөйөүенә, иғтибарына мохтаж. Малайҙар өсөн атай кеше һәр яҡтан өлгө булырға тейеш. Атаһы менән үткәргән ваҡыт малайҙар өсөн бик ҡиммәт һәм мөһим. Шуға күрә ирҙәр арып-талыуҙарына, ваҡыт юҡлыҡҡа ҡарамай, балаларына мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлергә тейеш.

Баланы һәр яҡлап тәнҡитләп, идеаль итеп үҫтерергә тырышыу кәрәкмәй. Был осраҡта кескәйҙәр атай кеше менән үткәргән ваҡыттан ҡәнәғәтлек алыуҙан туҡтаясаҡ. Малай үҙен уратып алған, ышанысы булған атаһынан, ағайҙарынан, ҡартатаһынан өлгө алып, ысын ир- егеткә әйләнә.

Ҡыҙ кешене тәрбиәләүҙә лә атай кешенең роле бик ҙур. Атаһының хуплауы, терәге уға үҙ-үҙенә ышаныс бирә. Ата кеше һәр ваҡыт ҡыҙына матур комплименттар әйтергә, йылы һүҙҙәрен йәлләмәҫкә, ә ҙурая тәшкәс уның уйҙары менән бүлешеп, кәңәшләшеп торорға тейеш. Бала саҡтан ҡыҙҙар атаһынан ир һәм ҡатын-ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәргә өйрәнә. Атаһы булмаған ҡыҙҙарға киләсәк тормошта ир-ат менән хистәрен яйға һалыуы ҡыйын буласаҡ. Уның өсөн бигерәк тә, үҙ ғәиләһен яҡлаусы, һаҡлаусы, терәк булған, юғары баһалаусы, киң күңелле атай кәрәк. Әгәр ҙә атаһында саф йөрөк, рәхимлелек, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек сифаттар күреп үҫһә, ҡыҙ үҫеп еткәс, буласаҡ тормош иптәшен атаһына оҡшатып һайларға тырыша.

Атай кеше балаларының дуҫы булырға тейеш. Ул үҙенең өйрәтеүсе-тәрбиәсе икәнен онотмаһын ине. Шул осраҡта ғына балаларығыҙ һеҙҙең намыҫығыҙ һәм ғорурлығығыҙ сығанағы буласаҡ.

Әлифә Ҡарабаева, “Йондоҙло” балалар баҡсаһы социаль педагогы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: