Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
12 Август 2021, 09:30

Шулай ҙа була икән!

Һаумыһығыҙ, төркөмдәштәр. Бер ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә хәлде һөйләйем әле. Элегерәк нишләптер шулай ине, баш - тояҡтарҙы өтөп, туған - тумасаны йыйып баш ите ашатыу яҙғылыҡҡа ҡала ине. Шулай, яҙ көнө, ошо йоланы үтәп, саҡырылған ҡунаҡтарҙы оҙатып, эш бөттө. Иттән ҡалған һөйәктәрҙе ташларға йөрөгән ҡыҙыма, борон, ҡыҙҙарҙың кемеһе ҡасан кейәүгә сығырын, тояҡ һөйәктәре менән ырымлау булған, тигәйнем, ышанмай ғына, көлөп ҡуйҙы. Шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн, тип тә, ысынмы - бушмы, тип тә ырымды эшләп ҡарарға булдыҡ...

Һаумыһығыҙ, төркөмдәштәр. Бер ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә хәлде һөйләйем әле.
Элегерәк нишләптер шулай ине, баш - тояҡтарҙы өтөп, туған - тумасаны йыйып баш ите ашатыу яҙғылыҡҡа ҡала ине. Шулай, яҙ көнө, ошо йоланы үтәп, саҡырылған ҡунаҡтарҙы оҙатып, эш бөттө. Иттән ҡалған һөйәктәрҙе ташларға йөрөгән ҡыҙыма, борон, ҡыҙҙарҙың кемеһе ҡасан кейәүгә сығырын, тояҡ һөйәктәре менән ырымлау булған, тигәйнем, ышанмай ғына, көлөп ҡуйҙы. Шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн, тип тә, ысынмы - бушмы, тип тә ырымды эшләп ҡарарға булдыҡ.
Туғандарҙың бер тиҫтер буй еткергән ҡыҙҙары күмәк кенә ине. Ултыртып ҡуя торған тояҡ һөйәктәрен алып (уларҙы бала саҡта, һыйыр, кеше, итеп тә уйнаусылар булған, уйынсыҡ булмағанлыҡтандыр инде), бер - бер артлы ергә теҙеп ултырта барабыҙ, һәр береһенә ҡыҙҙарҙың исемдәрен әйтәбеҙ. Шунан этте саҡырҙыҡ. Иң тәүҙә кемеһенә аталған һөйәкте ала шул кейәүгә сыға, имеш. Ә артабан сиратлап, кемде алыр икән. Эт килеп еҫкәнде лә, урта тоштағы һөйәкте алып китте, ул һөйәк кесерәк ҡыҙға аталған ине, ә унан ҙур апайҙары бар. Шунан һөйәкте алып китеп ялаштыра ла, кире килеп тағы берәүһен алып китә. Биш һөйәкте бер - бер артлы бик тиҙ алып китте. Тик алтынсыһын алмай ҙа ҡуя, тағы бар бит, ал, ҡалды бит, тип көләбеҙ. Инәлтеп кенә уныһын килеп алып ҡуйҙы.
Ҡыҙыҡ күреп, кем артынан кем кейәүгә бара, тип бер нисә тапҡыр иҫләп көлөшөп йөрөнөк. Әле йылдар үткәс, ҡыҙҙар кейәүҙәләр, балалар үҫтерәләр, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр, шуны иҫкә төшөрөп алдыҡ. Бына ғәжәп, теге ваҡыт эт нисек алып китһә аталған һөйәктәрҙе, олораҡмы, кесерәкмегә ҡарамай, ҡыҙҙар шул сиратта кейәүгә сыҡҡандар икән. Үҙебеҙ ҙә аптырап ҡуйҙыҡ, иҫләп ҡарағас. Шулай, боронғо ырым, боронғоларҙың тормошта һыналған һүҙҙәре бик дөрөҫ шул. Теге иң аҙаҡ ҡалған һөйәккә аталған ҡыҙыҡай ҡалғандарҙан һуң ғына сыҡты кейәүгә, шөкөр бик матур тормошта бәхетле йәшәй. Барыбыҙға ла һаулыҡ, бәхет, бәрәкәт насип булһын, донъялар имен торһон, әмин.

"Сәйер донъя" төркөмөнән.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: