Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Апрель 2021, 20:38

Апрелдең бишендә Хызыр-Ильяс ҡамсы һелтәй, тиҙәр. Ә иртәгә...

Апрель яйына фараздар нимә һөйләй?#һаҡмар_фараз


Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.

Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.

Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.

Апрелдең бишендә Хызыр-Ильяс ҡамсы һелтәй.

Апрелдең алтыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

Апрель ямғырлы булһа, бәшмәк уңыр.

Ай башында йәшен йәшнәһә, йәй йылы килер һәм сәтләүек мул булыр.

Ай ахырында төндәр йондоҙло булһа, уңыш мул булыр.
Читайте нас: