Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Ғинуар 2021, 02:00

Хәҙерге йәнһүрәттәрҙә әхлаҡ нормалары

Йылдан –йыл балаға йәнһүрәт ҡарау мөмкинселеге арта. Бөгөнөгө көндә тәүлек әйләнәһенә IP каналдары эшләй. Һуңғы йыдарҙа был каналдар ата-әсәләрҙең алыштырғыһыҙ «ярҙамсы”һына әйләнде.

Бынан бер-нисә йыл элек кенә өйҙәрҙә интернет, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тв каналдары булманы. Беҙ күберәк әҙәби китаптар уҡып үҫтек. Ата-әсә тәрбиәһенән тыш, беҙҙе билдәле яҙыусы- шағирҙарҙың тәрән фекер ятҡан әҫәрҙәре тәрбиәләне. Шулай уҡ халыҡтың быуындан- быуынға күсеп килгән, әҙәби мираҫы булып торған әкиәттәре, мәҡәлдәре, ауыҙ- тел ижады күңелдәргә һеңмәй ҡалмағандыр... Хәҙерге балаларҙың китап уҡымай, күберәк телевизор янында ултырыуы беҙҙең килер быуындың рухи үҫеше өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә йәнһүрәт ҡарау- баланың иң яратҡан шөғөлдәренең береһенә әүерелеп китте. Беҙҙең ата-әсәйҙәр заманында матур , сағыу һүрәтле әкиәттәрҙе тик диафильмдар аша ғына ҡараһа, беҙ уларҙы онотҡанда бер видеокассетанан ҡарап үҫтек.

Йылдан –йыл балаға йәнһүрәт ҡарау мөмкинселеге арта. Бөгөнөгө көндә тәүлек әйләнәһенә IP каналдары эшләй. Һуңғы йыдарҙа был каналдар ата-әсәләрҙең алыштырғыһыҙ «ярҙамсы”һына әйләнде. Бала тыңлашмаһа, ашауҙан баш тартһа, кисен йоҡларға ятмай йөҙәтһә, “йәнһүрәт күрһәтмәйем”, тип янайбыҙ.

Психологтар фекеренсә, балаға көнөнә 1 сәғәттән артыҡ телевизор , компьютер артында ултырыу тыйыла. Бер йәше лә тулмаған бала әсәһенең эше бөткәнсе телевизор алдында ултырырға мәжбүр. Беренсенән, уның күҙҙәре ҙур зыян күрә.Икенсенән, был йәштә бала яҡшыны ямандан айырыу түгел, теле лә асылып етмәгән була. Шулай уның күҙәтеүсе рәүешендә аралашмай, экранға текәлеп ултырыуы, телмәр үҫешенең аҡһауына килтерә. 3-4 йәштә бала яҡшымы, насармы үҙе яратҡан йәнһүрәт геройына оҡшарға тырыша. Ә 5-6 йәштә иһә, бала тап ошо йәнһүрәт аша тирә –яҡ доньяны танып белә. Хәҙерге уйынсыҡ магазины кәштәләрен ҡараһаң, нимә генә юҡ: ул мөгөҙлө ҡурсаҡтар, осоп йөрөүсе супергеройҙар, ҡанатлы феялар һ.б. Тик геройҙарҙың береһе лә ысынбарлыҡта юҡ. Ә бала тап ошо уйынсыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Тимәк, баланың эске доньяһы ла фантастикаға ҡоролған тигән һүҙ.

Хәҙерге йәнһүрәттәр шундай сағыу һәм мауыҡтырғыс. Бигерәк тә “Маша һәм айыу”ға рәхмәт әйткән ата-әсәләр ҙә бар. Мыжыҡ бала ҡулдан төштө, аҙыраҡ үҙебеҙгә ваҡыт бүлергә форсат тейҙе, ти ҡайһылары. Ҡайһы бер эпизодтарының , бәлки, файҙаһы ла барҙыр: балалар хәрефтәрҙе, һандарҙы иҫтә ҡалдыра.Әммә был йәнһүрәттең баланың психикаһына кире йоғонто яһауын аңлап етмәйбеҙ. Бындағы Машаны ыңғай герой, тип әйтеп булмаһа ла, бала өсөн төп герой автоматик рәүештә ыңғай геройға әүерелә. Ул уны үҙенә өлгө итеп ҡуя һәм уға оҡшарға тырыша.Маша образында еңмеш, үҙһүҙле баланы күрәбеҙ. Ул әйләнә- тирәләгеләргә, дуҫтарына ҡарата иғтибарһыҙ, үҙен генә ҡайғыртыусан, үҙ теләктәрен генә ҡәнәғәтләндергән шәхес.

Ә айыу образында ғаиләләге атай, ағай йәки үҙеңдән өлкән ир кеше. Башҡорт ғаиләһендә борон- борондан ирҙәр абруйы өҫтөнлөк иткән. Атай кешегә оло хөрмәт, ихтирам менән ҡарағандар. Мәҫәлән, өҫтәл артына ир-егет ултырмайынса балалар ултырмаған, атай кеше икмәктән ауыҙ итмәйенсә, башҡалар ынтылмаған. Өҫтәлгә ашарға ҡуйған ваҡытта ла иң беренсе ризыҡты ир –егет алдына биргәндәр. Ғаиләләге ир-егеттең һүҙе һүҙ булған, уның рөхсәтенән тыш бер ни эшләнмәгән. “Маша һәм айыу” йәнһүрәтендә иһә, ошондай тәрбиәнең тап киреһе һүрәтләнә. Бахыр айыуға бер ниндәй ҙә хөрмәт юҡ, еңмеш Маша нисек теләй шулай ҡылана. Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә һәр саҡ терәк- таяныс булған. Ә был йәнһүрәттә киреһенсә, Маша айыуҙың теләктәрен бөтөнләй хөрмәт итмәй, уға һәр саҡ ҡамасаулай, сығырынан сығара. Тик түҙемле айыу ғына Машаны һәр саҡ язаһыҙ ҡалдыра. Ғөмүмән, был йәнһүрәт ғаиләләге ир- егеттең абруйын төшөрә. Бына шул яғы менән беҙҙең балаларҙың рухи үҫешенә кире йоғонто яһай ҙа инде.

Асылда , йәнһүрәт уйлап сығарыу- ул бизнес. Автор унда нидәйҙер фекер һалырға тырышмаҫҡа ла мөмкин. Иң мөһиме йәнһүрәт ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булһын, ул осраҡта бындай фильмдарға һорау һәм килем дә буласаҡ. Мәҫәлән, YOUTUBE каналдарында «Маша һәм айыу» йәнһүрәтенең айлыҡ килеме 184-230 мең доллар.

Бынан тыш баланың психик үҫешенә кире йоғонто яһаусы башҡа йәнһүрәттәр ҙә етәрлек. Уларҙың күбеһендә геройҙар юғары бейеклектән ҡолап төшәләр, һуғышалар, урлашалар. Был бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс күренә. Һөҙөмтәлә уларҙың бөтәһе лә иҫән-һау, зыян күрмәгән булып сыға. Ысынбарлыҡта йәнһүрәт аҙағының бөтөнләй икенсе төрлө булыуын кескәй бала аңлап та етмәй. Бындай фильмдарҙы ҡараған балала агрессия уяна, йәлләй белеү тойғоһо булмай. Ғөмүмән, йәнһүрәттәрҙә бер ниндәй ҙә мәғәнәгә эйә булмаған кадрҙар осрап ҡуя. Миҫал өсөн, «Монстр-Хай», «Школа монстров» йәнһүрәттәрен алып ҡарайыҡ. Бындағы вампирҙар, мутанттар, зомбиларҙың аралашыуы баланың һүҙлек запасына, лексикаһына кире йоғонто яһай, телмәрен үҫтермәй, яңы белем бирмәй, етмәһә ундағы геройҙар уҡыуҙы, белем алыуҙы ҡәһәрләй. Йәнә «Губка Боб»та ла геройҙар үҙҙәренән өлкәндәрҙе тәнҡитләп, уларға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ тәрбиәләһә, «Барбоскины» йәнһүрәтендә иһә бер ғаиләлә үҫкән ағалы- һеңлелеләрҙең үҙ –ара татыу булмауы, үсекләшеүе күҙгә салына. Һөҙөмтәлә балала ағай- апайҙар менән шулай низағлашырға ла була икән, тигән фекер ҡалыплаша.

Хәҙерге йәнһүрәттәрҙең күбеһендә халыҡ педагогикаһы өлгөләре сағылмай. Йәғни, халҡыбыҙҙың быуындан- быуынға күсеп килгән тәрбиә традициялары, әхлаҡ нормалары юҡ тиһәк тә, яңылыш булмаҫ.Зыянлы йәнһүрәттәрҙе һанап китһәк, улар бик күп , әлбиттә. Тик беҙҙең заманда баланы бөтөнләй йәнһүрәт ҡарауҙан сикләп булмай. Баланың аңы камил үҫешһен өсөн уға ир-егеттең батыр, ҡатын-ҡыҙҙың әҙәпле булыуын күрһәткән совет заманындағы йәнһүрәттәр ҙә бихисап. Бынан тыш ,кескәйҙәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған фильмдар ҙа бар. Мәҫәлән, энциклопедик йәнһүрәт «Фиксики» баланы күберәк техник яҡтан тормошҡа әҙерләһә, «Лунтик»тағы геройҙар аша бала итәғәтле, башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға, сабырлыҡҡа, дуҫтар табырға, үҙ хатаһын таный белергә өйрәнә. Күңелле уйындарҙан башҡа тормошта уҡырға һәм эшләргә кәрәклеген дә аңлайҙар. Шулай уҡ, баланы хәреф-һандарҙы, төҫтәрҙе, фигураларҙы танырға, ямандан яҡшыны айыра белергә өйрәтеүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә, өлкәндәргә ихтирамлыҡ тәрбиәләүсе йәнһүрәттәр ҙә бар.

Ғөмүмән, әгәр ҙә беҙ балабыҙҙы киләсәктә рухи яҡтан һау-сәләмәт шәхес итеп күрергә теләһәк, йәнһүрәт һайлауға ентекле ҡарарға тейешбеҙ. Балаң менән бергәләшеп фильмды ҡарап бөткәс теге йәки был геройҙың ҡылығы хаҡында әңгәмә ҡороу бик тә уңышлы булыр ине.

Ә иң яҡшыһы , ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, баланың күңелен, эске донъяһын үҫтереүҙе йәнһүрәттәр ҡарамағына тапшырмайыҡ! Улар менән күберәк аралашһаҡ, уларға яҡыныраҡ булһаҡ киләсәктә баланың бүлмә ишеге генә түгел, күңел ишеге лә ябылмаҫ.

Римма Мурзина Билал мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы
Читайте нас