Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Февраль 2019, 15:09

Ысын атай ниндәй булырға тейеш?

Атай ролен нисек күтәрергә? Ысын атай ғаиләлә ниндәй булырға тейеш? Атай абруйы ғаиләлә ниндәй роль уйнай? Балалар күберәк кемдән үрнәк ала, кемдең һүҙенә ҡолаҡ һала? Әйҙәгеҙ, тормош тәжрибәһенән сығып, ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.

Балаларына үрнәк кеше генә уға лайыҡ була ала

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа йәмғиәттә атай роленең бәҫе төшә барыуы, ир-егеттәр абруйының ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Тәбиғи, тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсә бара. Балалар тәрбиәләү, уларҙың киләсәген хәстәрләү, ғаиләлә хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итеү әсә һәм ҡатын ҡулына тапшырыла. Мәктәптәрҙә, ир-ат уҡытыусыларҙың бөтөнләй тиерлек ҡалмауы арҡаһында, балаларҙы ҡатын-ҡыҙ педагогтар уҡыта, тәрбиә бирә. Шулай итеп, атай ролен, ир-егет ролен, уларҙың йәмғиәттәге бурысын бөгөн ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә йөкмәргә мәжбүр. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш түгел, ул көслө заттарҙың абруйын бермә-бер төшөрә, балалар тәрбиәләүгә кире тәьҫир итә.

Атай ролен нисек күтәрергә? Ысын атай ғаиләлә ниндәй булырға тейеш? Атай абруйы ғаиләлә ниндәй роль уйнай? Балалар күберәк кемдән үрнәк ала, кемдең һүҙенә ҡолаҡ һала? Әйҙәгеҙ, тормош тәжрибәһенән сығып, ошо һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.

Билдәле, башҡортта борон-борондан ир-егет абруйы ҙур булған, атай ғаиләлә иң һуңғы һүҙҙе әйткән. Ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәренә тиклем көслө зат ошо абруйҙы тотоп килде. Беҙҙең ғаилә лә шулай булды – атайҙың һүҙе һүҙ ине. Бөгөн дә беҙ, үҙебеҙ ярайһы йәшкә етһәк тә, “Атай нимә әйтер икән?”, “Атай риза булыр микән?”, “Атайҙан кәңәш һорайыҡ әле” тигән уйҙарға биреләбеҙ. Шуның өсөн, атай абруйы, атай һүҙе ғаиләлә иң мөһиме, тимәксемен.

Ысын атай – ғаиләне аҫраусы. Атай кеше ғаиләһен матди яҡтан тәьмин иткән төп кеше булырға тейеш. Был хәҡиҡәт кешелек тормошо башланғандан алып һалынған. Шуны һәр ир-ат онотмаһын, ғаиләне ҡарауҙы ҡатын-ҡыҙ иңенә йөкмәтмәһен ине.

Ысын атай – балалары өсөн ысын өлгө. Тап атай тәрбиәһендә бала үҫә, унан яҡшы сифаттарға өйрәнә, насарын да үҙләштерә. Атай кеше үҙенең яҡшы сифаттары менән балаларының киләсәген, хатта йәмғиәттең киләсәген төҙөй.

Ысын атай балаларына дәрес әҙерләүҙә һәр саҡ ярҙам итергә тейеш. Ғәҙәттә, бөгөн күптәр был бик мөһим эште ҡатын-ҡыҙға тапшыра.

Ысын атай буш ваҡытта улы йәки ҡыҙы менән Тыуған ил, тыуған ер, милләт, туған тел мәсьәләләре, рух, әхлаҡ темалары тураһында дуҫтарса әңгәмә ойошторорға бурыслы. Сөнки бала атай һүҙен күңеленә нығыраҡ һеңдерә, уға ышана.

Ысын атай – илһөйәр, телһөйәр быуын тәрбиәләүсе. Бөгөн, белеүебеҙсә, тел, милләт, илһөйәрлек мәсьәләләре иң актуаль проблемаларға әйләнде. Тап бына шул милләтебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе атай кеше балаһына һәр саҡ аңлатып барырға тейеш. Һәр бала башҡортлоғо, туған теле, ере, иҫ киткес бай тарихы, мәҙәниәте, рухиәте, арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурланып үҫһен һәм ул үҙе лә шундай ғаилә ҡорһон.

Сер түгел, бөгөн йәмғиәттә милли телдәр мәсьәләһе икенсе планға күсә бара, бөтә фәндәр ҙә русса уҡытыла. Ошондай шарттарҙа беҙгә башҡортлоғобоҙҙо, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу бик тә ауырға төшә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалып, рухлы быуын тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Был тәңгәлдә, әлбиттә, ошо бик тә мөһим маҡсат тап атай, ир-егет иңенә һалына.

Минең ике ҡыҙым да Баймаҡтағы “Айыуҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнде. уларҙың икеһенә лә бала саҡтан башҡорт рухын һеңдерҙек, халҡыбыҙҙың бөйөк милләт икәнлеген күңелдәренә һалдыҡ. Был үҙенең һөҙөмтәләрен бирҙе: ҡыҙҙарыбыҙ башҡортса матур һөйләшә, башҡорт мәктәптәрендә, башҡорт кластарында уҡый, башҡорт китаптарын ярата. Мине хатта бер нисә тапҡыр ошо балалар баҡсаһына саҡырып, ата-әсәләр йыйылыштарында сығыш яһауымды һоранылар. “Һеҙ нисек итеп ике ҡыҙығыҙҙа ла милли рух тәрбиәләй алдығыҙ? уларҙың бер рус һүҙен дә ҡушмай башҡортса таҙа һөйләшеүенә нисек өлгәштегеҙ?” тигән һорау бирҙеләр. Быға мин, барыһы ла ғаилә тәрбиәһенә бәйле, тип аңлаттым. Әйткәндәй, ҡыҙҙарымдың “Атай”, “Атаҡайым” тип өндәшеүендә лә ҙур мәғәнә ята.

Эйе, атай, ир-егеттең роле йәмғиәттә бик ҙур. уны һәр кемебеҙ яҡшы аңларға тейеш. Ысын атай булыр өсөн эште иң беренсе үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Үҙебеҙ балаларыбыҙға үрнәк булғанда ғына ысын атай була аласаҡбыҙ.

Мин быны кемгәлер аҡыл өйрәтер өсөн яҙманым, ысын атайҙар арабыҙҙа бик күп. урындарҙа атайҙар ҡорҙары әүҙем эшләп килә. ундайҙарҙан өлгө алайыҡ, матур быуын тәрбиәләйек, милләттәштәр!

М. Хәбибов.

Редакциянан: автор бик актуаль тема күтәрә. Һеҙҙең фекерегеҙ нисек? Хаттар көтәбеҙ.
Читайте нас: