Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Декабрь 2016, 18:48

Киләсәк беҙҙән башлана

“Тыуған ил”, “Ватан” төшөнсәләре балаларҙы тыуған яҡ менән таныштырыу эшенең үҙәгендә тора. Ҡалабыҙҙың ”Йондоҙло” балалар баҡсаһында үткәрелгән бөтә эштәр ошо төшөнсәләргә барып тоташа. Шулай уҡ балалар баҡсаһының төп маҡсаты булып сабый балаларҙы киләсәк тормош юлына тулы шәхес итеп тәрбиәләү һәм үҫтереү тора.

Бәләкәстәр күңелендә тыуған ергә, илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында «Башҡортостан – тыуған илем» исемле патриотик түңәрәк алып барам. Был түңәрәктә беҙ балалар менән төрлө картиналар, фотоһүрәттәр, видеофильмдар аша Тыуған еребеҙҙең гүзәллеге менән танышабыҙ, һүрәттәр төшөрәбеҙ, аппликация, пластилиндар ярҙамында күргәндәребеҙҙең иллюстрацияһын төшөрәбеҙ. Түңәрәккә балалар бик яратып, әүҙем йөрөй. Бигерәк тә тыуған ҡалабыҙ хаҡында бик күп беләләр, күмәкләп төрлө викторина һорауҙарына ихлас яуап бирәләр, йырлайҙар һәм бейейҙәр, яҡташ шағир Абдулхаҡ Игебаев ижад иткән шиғырҙарҙы яратып ятлайҙар.

Был иһә уларҙа тыуған ергә һөйөү, патриотик рух ҡына түгел, ғорурлыҡ тойғоһо ла уята. Минең маҡсатым – киләсәктә лә бер генә юҫыҡта туҡталып ҡалмай, ҡалалағы һәйкәлдәр, тарихи урындар менән танышырға, музейҙарға экскурсиялар ойошторорға ла иҫәп тотабыҙ, Еңеү көнөнә һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыу үткәрергә ниәтләнәбеҙ.

Шулай уҡ йыл миҙгелдәре, төрлө уйындар аша тыуған ҡалабыҙҙың матурлығын, иҫтәлекле урындарын тәфсирләп өйрәнәбеҙ. Был балалар һәм минең өсөн дә бик ҡыҙыҡлы, беренсенән, улар тыуған яҡтың матурлығын туған телдә тасуирлап, һөйләү телмәрҙәрен үҫтерһәләр, үҙҙәренә мәғлүмәт туплаһалар, икенсенән, ошондай уйын рәүешендә барған саралар аша мин уларҙың психологияһын яҡындан өйрәнәм, үҙемә күп һорауға яуаптар алам һәм шулар өҫтөндә эш алып барам.

Эйе, мәғлүмәт һәм техника киң үҫешкән, кеше күңелен тик матди байлыҡ биләп алған мәлдә сабыйға бәләкәйҙән рухи тәрбиә бик мөһим һәм быны тулыһынса атҡарып сығарыу ҙа бик еңелдән түгел. Һәр өйҙә компьютер, “зәңгәр экрандар” аша замана йәнһүрәттәрен текләп ултырған кескәйҙәрҙең күбеһе шуларға оҡшарға тырыша, фәһем ала, донъяға икенсе күҙлектән ҡарай… Беҙҙең маҡсат – тәрбиәләнеүселәрҙе киләсәктә Бетман, Винкс һ.б. итеп түгел, ә Салауат, Алдар, Ҡараһаҡал, Юлай кеүек батырҙар, гүзәл әсә булырҙай ҡыҙҙар тәрбиәләү.

Заман башҡа – заң башҡа. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең үҙәктә халҡыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгө, тыуған ил, ер матурлыҡтарына битараф булмаған балалар тәрбиәләүгә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Уларҙа башҡорт рухы булһын, үҙ ере менән һоҡланһын һәм ғорурланһын өсөн киләсәктә лә төрлө эштәр алып барыу һәм төрлө мәҙәни, әҙәби сараларҙа ҡатнашып, үҙ көсөбөҙҙө һынау беҙҙең иҫәп. Сөнки бында үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған, теленә һәм иленә, тарихына битараф булмаған бәләкәс шәхестәр тәрбиәләнә.

Читайте нас: