

Ошо көндәрҙә һөйөнөслө яңылыҡҡа ҡыуандыҡ: ҡалабыҙҙа мөһим төҙөлөш проекты хупланды.
Район хакимиәтендә даими үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҙур мәсьәлә ҡаралды. Учалынан “Движение” ЯСЙ-һы ер участкаһына аукционда еңде. Бында күп фатирлы торлаҡ комплексын төҙөү маҡсатҡа алынған.
“Беҙ проектты .ентекләп тикшерҙек, бергәләп техник һәм архитектура мәсьәләләрен ҡараныҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — йорттар ҡәтғи һәм тейеше талаптар буйынса төҙөлһөн, ә фатирҙар кешеләр өсөн уңайлы, заманса булһын. Төҙөүсе Еңеү урамында 2, 3 һәм 4 ҡатлы йорттар төҙөргә ниәтләй. Ул 2027 йылда эшкә тотонорға уйлай. Ҡалабыҙ өсөн был ысынлап та әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки күп фатирлы яңы йорттар күптән төҙөлгәне юҡ, ә ҡала халҡының яңы торлаҡҡа ихтыяжы бар. Шуға күрә беҙ был проектты тулыһынса хуплайбыҙ”, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.