Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
21 Март 2023, 19:10

Үҙ фекерен әйтте

Башҡортостан Башлығы "Әр-Рәхим" мәсете манараһының бер көмбәҙе емерелеп төшөүгә бәйле хәлгә үҙ фекерен әйтте...

Үҙ фекерен әйтте
Үҙ фекерен әйтте

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы "Әр-Рәхим" мәсете манараһының бер көмбәҙе емерелеп төшөүгә бәйле хәлгә үҙ фекерен әйтте.

«Шуның тирәләй төрлө хөрәфәттәр йөрөй. Ислам, православие ҡанундарын аңламағандар юҡ-барға ышаныуҙың исламда гонаһ икәнлеген асыҡ аңларға тейеш. Шуға күрә әллә нәмәләр уйлап сығарырға кәрәкмәй. Ошондай объекттарҙы төҙөүгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ, илке-һалҡылыҡ йәки йүнһеҙлек кеүек төшөнсәләр бар», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығының инвестиция эшмәкәрлеге һәм инфраструктура проекттары буйынса кәңәшсеһе Ридаль Сәйетов ғәҙәттән тыш хәлдән һуң төҙөк манараларға төҙөлөш экспертизаһы үткәреү тәғәйенләнгәнен, талап ителгән осраҡта өс көмбәҙҙе лә нығытыу ҡаралғанын хәбәр итте. Емерелгән көмбәҙгә килгәндә, уны йүнәтеп булмай. Республика мосолмандарының Диниә назараты Волгодонскиҙан "Грант" инженер үҙәге йәмғиәте менән зыян күргән манара конструкцияһының өҫкө өлөшөн эшләүгә килешеү төҙөгән. Ридаль Сәйетов был көмбәҙҙең ни сәбәпле ҡолағанын да әйтте.

«Сәбәптәре бер нисә булырға мөмкин: тәүгеһе – ҡуйған ваҡытта конструкцияны боҙоу, икенсеһе – тамамланмаған төҙөлөш объекты төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы консервацияланмаған», – тине ул.

Кәмендә 2025 йылдың тәүге яртыһына тиклем республиканың «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәрен артабан дауам итеү өсөн аҡса бүлергә мөмкинлеге юҡ, тине Радий Хәбиров, ләкин объектты мотлаҡ төҙөп бөтәсәген вәғәҙәләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: