-1 °С
Болотло
Украина президенты Владимир Зеленский «Башҡортостан сода компанияһы» һәм «Башҡортостан ташыу компанияһы»на ҡаршы санкциялар индерҙе, тип хәбәр ителә илдең хөкүмәт ресурсы сайтында.
Рәсми документҡа ярашлы, сикләүҙәр (активтарҙы блокировкалау һәм капиталды сығарыу, лицензияларҙы бөтөрөү, Украина биләмәһе аша операцияларҙы һәм транзитты сикләү) 10 йыл ғәмәлдә була.
«БСК» һәм «БПК»-нан тыш, исемлектә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан тағы ла 180 компания бар. Улар араһында — «Уралкалий», «Щекиноазот», Себер лизинг компанияһы, «Беларуськалий», «СГ-Транс» һәм башҡалар.