-4 °С
Болотло
Ниһайәт, баймаҡтарҙың күптән ҙур түҙемһеҙлек менән көткән төҙөлөш эштәре башланды. Ошо көндәрҙә буласаҡ "Баймаҡ-Арена" боҙ аренаһының биләмәһен әҙерләй башланылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Баймаҡ-Арена” боҙ аренаһын төҙөү тураһында ҡарар 2020 йылда ҡабул ителгән ине. Ул Өфө яғыулыҡ колледжының Баймаҡ филиалы, “Труд” стадионы эргәһенд урынлашасаҡ. Уның дөйөм майҙаны 3,6 мең кв м тәшкил итәсәк. Проект хаҡы – 200 млн һум. Боҙ аренаһы хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк.