Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
2 Декабрь 2022, 09:05

Газ үткәреү дауам итә

Президенттың ҡушыуы буйынса хәҙер Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй...

Газ үткәреү дауам итә
Газ үткәреү дауам итә

Президенттың ҡушыуы буйынса хәҙер Рәсәйҙә социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй. Программа медицина, белем биреү ойошмаларына таратылды. Хәҙер уларҙы газ бүлеү селтәрҙәренә бушлай тоташтырырға мөмкин.

Һүҙ газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа урынлашҡан балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дөйөм практика табиптары бүлексәләре һәм табип амбулаториялары хаҡында бара. Бындай учреждениеларға үҙҙәренең участкаһына тиклем газ үткәргес һуҙыу буйынса саралар, шулай уҡ биналарҙы газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырған өсөн түләргә кәрәкмәй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: