Баймаҡ юлдары төҙөкләндерелә
Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль кимәлен билдәләй ҙә инде. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә Баймаҡ районына ҙур иғтибар бирелә. Һөҙөмтәлә күп кенә урамдар төҙөкләндерелде. Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан районға 91 млн 520 мең һум аҡса бүленгән.
Күптәребеҙ шуға шаһит булды: уҙған айҙа ҡаланың бер нисә урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Шайморатов урамына асфальт түшәлде. Бындағы барлыҡ сараларҙы “ИнфодорСтрой” ЯСЙ-һы атҡарып сыҡты. Баймаҡ коммуналь хужалығы коллективы көсө менән Артамонов һәм Ҡарағайлы урамдары киҫешкән ерҙә яңы асфальт япмаһы барлыҡҡа килде. Бөгөн иһә “Төҙөлөш компанияһы” ЯСЙ-һы Ленин урамында ла шундай уҡ күләмле эштәр алып бара.
Муниципаль-ара юлдарға ла иғтибар бирелә. Татлыбай, Муллаҡай, Йомаш ауылдарында урамдарға өлөшләтә асфальт һалынһа, Ишмырҙала улар ремонтланды. Бөгөн Икенсе Моҡаста төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға табан бара.
Экономияланған аҡсаға Ниғәмәт ауылында ла шундай уҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн аукцион уҙғарылған. Сибай – Төйәләҫ, Семеновск, Иҫке Сибай, Йомаш, Ишмөхәмәт, Билал, Ғәҙелбай ауылдары юлдарын төҙөкләндереү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтелгән.
Муниципаль бюджеттан бүленгән 16 млн 593 мең һумға Йылым һәм Икенсе Төркмән ауылдарындағы юлдар тәртикә килтерелгән. Бөгөн шулай уҡ “Строй-Лидер” ЯСЙ-һы тарафынан Ишбирҙелә һыу үткәреү торбаһын ремонтлау эштәре алып барыла.
Ошо көндәрҙә ҡаланың Стаханов урамында ла юл төҙөлөшө башланды. Бында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынасаҡ.
Күреүегеҙсә, районда юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур саралар күрелә. Киләһе йылда ла был тәңгәлдә эштәр дауам итәсәк. Бары тик уларҙан имен-һау ғына йөрөргә насип булһын.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы