Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
10 Июнь 2022, 08:50

Мәктәптә ремонт эштәре башланды

Мәктәп 640 балаға иҫәпләнһә лә, быйылғы уҡыу йылын 903 бала тамамлаған. Урын етмәгәнлектән, белем биреү ике сменала алып барыла. Яңы уҡыу йылын капиталь ремонтланған мәктәптә ҡаршы алыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Ҡаланың 3-сө мәктәбендә бөгөн капиталь ремонт эштәре ҡайнай. Барлыҡ саралар “Дөйөм мәғариф учреждениеларын модернизациялау” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Ремонт менән “Төҙөлөш-монтаж компанияһы-М” ЯСЙ-һы шөғөлләнә.

Театр гардеробтан башланһа, мәктәп тормошо - ихатанан. Белем усағының биләмә алдына асфальт түшәләсәк, яңы ҡоймалар ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ уның тышҡы йөҙөн металл сайдингы менән көпләү, тупһаларҙы яңыртыу ҡарала. Гардеробты киңәйтеп, уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу күҙаллана. Йылылыҡ, һыу һәм электр селтәрҙәре, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырыласаҡ. Уҡыу кабинеттарында ла ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Ашхананың һәм ҙур спорт залының ҡыйығы яңыртып ябыласаҡ.

- Мәктәп 1967 йылда төҙөлә башлап, 1968 йылда тәүге уҡыусыларын ҡабул иткән, - тине мәктәп директоры Марат Яҡшыбаев. - Шунан алып бында косметик ремонттан тыш башҡа ҙур күләмле ремонт эштәре атҡарылманы. Мәктәп 640 балаға иҫәпләнһә лә, быйылғы уҡыу йылын 903 бала тамамланы. Урын етмәгәнлектән, белем биреү ике сменала алып барыла. Яңы уҡыу йылын капиталь ремонтланған мәктәптә башларбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Эшсе ҡулдар етә, төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, ваҡытында алып килеп торалар. Төҙөүселәргә тотҡарлыҡ булмаһын өсөн мәктәп коллективын да йәлеп итәбеҙ - парталарҙы, ултырғыстарҙы шылдырыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Сөнки яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙы ҡабул итергә беҙ әҙер булырға тейеш.

Әлеге ваҡытта мәктәптең өс ҡатында ла эш ҡайнай. Ташсылар бригадаһы иҙәндәрҙәге плиткәләрҙе алыу, урындарын тәртипкә килтереү менән булышһа, ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһы стеналарҙы тигеҙләй. Бер үк ваҡытта инженер селтәрҙәре алмаштырыла.

Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары яңы көс, дәрт менән төҙөкләндерелгән, бөтә шарттар булдырылған, яңы һулыш алған мәктәптә ҡаршылаясаҡ, тип ышанабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Мәктәптә ремонт эштәре башланды
Мәктәптә ремонт эштәре башланды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: