Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
15 Декабрь 2021, 11:40

45 көн эсендә төҙөлөп бөтөргә тейеш...

-

Сибайҙа яңы инфекцион үҙәк төҙөлөшө башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул Бүләков, Чайковский урамдары, Индустриаль шоссе киҫелешендә урынлашасаҡ. Был үҙәк Зубово һәм Стәрлетамаҡтағы кеүек ҡурайҙың ете тажы рәүешендә буласаҡ. 40 боксҡа иҫәпләнгән өлкәндәр, реанимация, инфекцион сирлеләр өсөн 10 бокслы интенсив терапия, ҡабул итеү-диагностика бүлектәре, экспресс-лаборатория, дарыухана сафҡа инәсәк. Икенсе сиратта патологоанатомия бүлеген төҙөү күҙаллана.
Төҙөлөш-монтаж эшенә 1,25 млрд һум аҡса талап ителһә, 745 миллион һумға ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Дауахана 45 көн эсендә төҙөлөп бөтөргә тейеш, тигән бурыс ҡуйылған.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: