-1 °С
Болотло
Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөләсәк
Ошо хаҡта мәғлүмәт госзакуп сайтында баҫылған. Заказ биреүсе – БР-ҙың капиталь төҙөлөш идаралығы. Контракттың башланғыс суммаһы – 253,43 млн һум. Сығымдар федераль һәм республика бюджетынан бүленә.
Буласаҡ поликлиниканың дөйөм майҙаны 5,76 мең кв.метр буласаҡ. Унда белгестәр өсөн кабинеттар, физиотерапия бүлеге, 120 урынлыҡ конференц-зал, 12 урынлыҡ балалар өсөн стационар дауахана, тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлеге һәм башҡа бүлмәләр буласаҡ.
Төҙөлөш өсөн заявкалар 18 майға тиклем ҡабул ителәсәк.
Поликлиника 2021 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1585700-v-baymake-postroyat-detskuyu-polikliniku-za-253-43-mln-rubley/