Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
12 Апрель 2021, 14:34

Стадион тиҙҙән асыласаҡ

Ҙур түҙемһеҙлек менән көткән “Труд” стадионындағы төҙөкләндереү саралары, ниһайәт, тамамланыуға табан бара. Шундай ҙур спорт комплексының буш тороуы бер кемде лә борсомай ҡалмай ине. Шунлыҡтан унда барған эштәрҙе һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә.

Ҙур түҙемһеҙлек менән көткән “Труд” стадионындағы төҙөкләндереү саралары, ниһайәт, тамамланыуға табан бара. Шундай ҙур спорт комплексының буш тороуы бер кемде лә борсомай ҡалмай ине. Шунлыҡтан унда барған эштәрҙе һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә.

Ҡалалағы “Труд” стадионының бинаһын монтажлау һәм демонтажлау эштәре уҙған йылдың аҙаҡтарында башланғайны. Барлыҡ сараларҙы Сибай ҡалаһының “Алмаз и К” ЯСЙ-һы башҡара. Мастер Юлиә Сәйетованың белдереүенсә, сметала ҡаралған эштәрҙең күп өлөшө тамамланған да инде.

Стадиондың ҡыйығы ҡайтанан яңыртып ябылған. Бинаның түбәһе, стеналары монтажланған. Яңы тәҙрәләр ҡуйылған. Бөгөн стеналарҙы биҙәү-буяу эштәре бара. Йыуыныу бүлмәләренә плитә йәбештерелә. Баймаҡ ПМК-һында тиҫтә йылдар эшләп, бай тәжрибә туплаған биҙәүселәр Зәкиә Браун, Зөлфиә Хөснитдинова, Рәшиҙә Дәүләтбаеваларҙың оҫта ҡулдарынан стеналар яңырып, тигеҙ төҫтәргә инә. Шулай уҡ инженер селтәрҙәре лә тулыһынса яңыртылған. Икенсе ҡатта йылылыҡ торбалары һуҙылған. Һалҡын һәм эҫе һыу килеп тора. Баҫҡыстарҙың металл ҡоролмалары яңыртылған. Әлеге ваҡытта беренсе ҡаттағы спорт залының түбәһе ҡайтанан һалына башлаған. Был эш менән балта оҫталары Алексей Лукьянов һәм Михаил Таракин мәшғүл. Ошо көндәрҙә бүлмәләргә ишектәр, йыуыныу бүлмәләренә иһә унитаз һәм раковиналар ҡуйыла башлаясаҡ. Көндәр йылытыу менән бинаның тышҡы йөҙөн дә төҙөкләндереүгә тотонасаҡтар.

- Стадион бинаһында барған эштәрҙе май айында тамамларға иҫәп тотабыҙ, - тине Юлиә Сәйетова алып барылған эштәрҙе күрһәтеп. - Баймаҡтарға был ҙур бүләк буласаҡ.

Лилиә ТАКЕВА.

Автор фотоһында: - Зәкиә Браун, Юлиә Сәйетова, Зөлфиә Хөснетдинова, Рәшиҙә Дәүләтбаева.

- Балта оҫталары Алексей Лукьянов һәм Михаил Таракин.

Читайте нас: