Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
28 Ғинуар 2021, 13:50

Темәстә йөҙөү бассейны төҙөлә

Быйылғы йыл да Темәс ауылы халҡы өсөн мөһим сараларға бай булмаҡсы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәренең һөҙөмтәһе булып, бөгөн бында йөҙөү бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы.

Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булараҡ, Темәс ауылына ҙур иғтибар бүленә. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, инфраструктураларҙы яҡшыртыу буйынса эштәр даими алып барыла.

Быйылғы йыл да Темәс ауылы халҡы өсөн мөһим сараларға бай булмаҡсы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәренең һөҙөмтәһе булып, бөгөн бында йөҙөү бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы. Барлыҡ сараларҙы “Торлаҡ төҙөлөшө үҫеш фонды” йәмғиәте алып бара. Әлеге ваҡытта объекттың нигеҙен ҡорола.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы уҙған йыл аҙаҡтарында төҙөлә башлаған ине. Бер үк ваҡытта проектлау һәм төҙөү эштәре алып барыла.

Комплекс быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип көтөлә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: