Һаҡмар
+14 °С
Дождь
Антитеррор
Төҙөлөш
26 Ноября 2020, 06:20
Темәстә төҙөлөш эштәре башланды
Бында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү эштәре бара.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Темәс ауылында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү эштәре бара. Был бассейнлы объекттың дөйөм майҙаны 3,4 мең квадрат метр буласаҡ. Комплекстың хаҡы 260 миллион һум тәшкил итәсәк. Тиҙ арала ер участкаһын бүлеү һәм уның статусын нығытыу мәсьәләһе хәл ителде. Майҙансыҡта әҙерлек эштәре 6 ноябрҙә башланды. Әле подрядсы ойошма “Али-мастер” төҙөүселәре буласаҡ нигеҙ өсөн урын әҙерләй. Яңы объект 2021 йылдың йәй аҙағында асыласаҡ.
Баймаҡ ҡалаһындағы стадионды ремонтлау буйынса ла эштәр бара. Проект тейешле экспертиза үтте. Эшселәр объектының ҡыйығын яңыртасаҡ, ишектәрен, тәҙрә һәм ағас трибуналарҙы алмаштырасаҡ, емерелгән иҙән һәм түбәне тергеҙәсәк. Шулай уҡ йылытыу, вентиляция, яҡтыртыу, янғын сигнализацияһы системаларын ҡуясаҡтар. Стадион 2021 йылдың июлендә асылырға тейеш.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"