Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
19 Май 2020, 16:52

Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөү эштәре башланды

#национальныепроекты

Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәп төҙөлөшөнә старт биреү маҡсатында беренсе кәңәшмә үтте. Билдәле булыуынса, 14 майҙа төп заказсы - Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы менән аукционда еңеп сыҡҡан подрядсы ойошма - «Строительная компания Империя» ЯСЙ-һы араһында дәүләт килешеүе төҙөлгәйне.
Кәңәшмәлә БР-ҙың капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары И.И. Иксанова, «СК Империя» ЯСЙ-һы директоры Р. Р. Исламшин, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-комуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Р. В. Рәхимғолов, мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин, Сибай ауыл биләмәһе башлығы С.С. Утарбаев һәм Иҫке Сибай ауылы мәктәбе директоры С.М. Рафиҡов ҡатнашты. Унда мәктәп төҙөлөшө буйынса мөһим һорауҙар ҡаралды.
Подрядсы ойошма бөгөн иҫке мәктәпте һүтеү, яңыһы өсөн урын эҙерләү буйынса эштәрҙе башланы ла инде.
Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 375 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәпте төҙөүгә 363,548 миллион һум аҡса ҡаралған.
Яңы белем усағын 2021 йылдың 1 сентябрендә файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Читайте нас: