Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
8 Май 2020, 10:55

Республикала тағы бер балалар баҡсаһы төҙөлә

Ул быйыл октябрь аҙағында сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дәүләкәндә “Демография” милли проектына ярашлы тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Уға “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә шарттар тыуҙырыу” төбәк проекты булышлыҡ итте.
Балалар баҡсаһы 110 урынға иҫәпләнгән.
Был социаль объект республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәкселегендәге подряд ойошмаһы тарафынан сафҡа инә. Барлыҡ эштәр графикка ярашлы алып барыла. Балалар баҡсаһы быйыл октябрь аҙағында сафҡа инәсәк, тип күҙаллана.
Читайте нас: