Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
31 Октябрь 2019, 11:25

Баймаҡта юлдар буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Яңауыл райондарына республика әһәмиәтендәге юлдарҙы ремонтлау тураһындағы күрһәтмәһен бирҙе. Шуға ярашлы район хакимиәте БР-ҙың Юл хужалығы идаралығына беренсе сиратта Баймаҡ – Ишбирҙе, Сибай – Күсей – Хәлил, Йомаш – Беренсе Этҡол – Үрге Таулыҡай ауылдары юлдарын тәртипкә килтереү мөһимлеге тураһындағы тәҡдимен индерҙе.

Республика буйынса 10 районға, шул иҫәптән Баймаҡҡа ла урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн проект эштәрен атҡарып сығыуға 30 млн һум аҡса бүленгән (Ҡаратал, Беренсе Этҡол, Байым, Покровка, Октябрь, Билал, Һәмән һәм башҡа юлдарға асфальт япмаһы түшәү маҡсатында).
Дөйөмләштереп әйткәндә, быйыл бүленгән финанстың 59,2 проценты үҙләштерелгән. 29 объект буйынса юл инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса эштәр тамамланған, 11-ендә әле саралар дауам итә. “Тыуған урам” программаһы буйынса Төркмән һәм Йомаш ауылдарында берәр юлға асфальт түшәлде.
Читайте нас: