

Ғәҙеллек кәрәк булдымы әллә аҡсамы?
Хөкөм бинаһында йыш ҡына ғаилә низағтары арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғәләр тикшерелә. Йәштәр ғашиҡ була, өйләнешә, балалар таба, йорт бөтәйтә, донъя көтә... Тик ҡайһы арала барыһы ла юҡҡа сыға, уттай һөйөү ҡара нәфрәткә әүерелә һуң?
Хөкөм эскәмйәһендәге йәш иргә күҙ һалам. Көс-ғәйрәте ташып торған ир хөкөм эскәмйәһенә ҡатынын үлтерергә маташҡан өсөн ултырған. Ҡатындың яҡындары ир енәйәте өсөн ... аҡса түләргә тейеш тип белдерҙе. Ауылдаштары, коллегалары, киреһенсә, еңел яза биреүҙе үтенде. Хөкөм ителеүсе үҙе: “Миңә барыбер... Нимә эшләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ”,- тип кенә ҡуйҙы.
Был пар ҙа ҡасандыр яратышып өйләнешә. Ирҙең әсәһе әйтеүенсә, ул быға баштан ҡаршы булған. “Беҙҙең халыҡта килен алһаң, нәҫел-нәсәбен тикшереп ал, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Ә был ҡыҙыҡай күҙ алдымда үҫте. Улар ҙа ошо ауылдыҡы. Совет заманында ла, унан һуң да гел хәйерсе хәлендә йәшәнеләр. Сөнки ныҡ ялҡауҙар. Аталары ғүмере буйы эсте. Әсәһе яғынан баштары эшләмәгән ауырыуҙары бар. Өләсәһе ҡартайғас урам буйлап үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә йөрөй торғайны. Ул бахырҙы бер кем ҡараманы ла. Ауыл халҡы йәлләп ашатыр ине. Әле лә иҫләйем, ҡышҡы селлә, был апай калош кейеп тая-тая китеп бара. Унан йығылды. Йүгереп барып ҡалҡыттым да, үҙебеҙгә алып ҡайтып, иҫке булһа ла, быймамды биреп, ашатып-эсерҙем. Ҡараңғы төштө. Береһе эҙләмәй. Йорттарына алып барҙым. Ә унда! Бар ерҙә бысраҡ, кейем-һалым тупһаға ла ташланған, иҙән тулы шешә. “Бына өләсәйегеҙҙе алып килдем, туңа яҙған бит!” – тип ҡысҡырҙым.
Яман итеп ҡаранылар ҙа, бер һүҙ өндәшмәнеләр. Был оло апай шулай ыҙалап йөрөп, бер яҙғы ташҡын ваҡытында йылға буйына төшөп һәләк булды. Тәнен оҙаҡ эҙләп саҡ табып алдылар. Ғаиләләрендә өс ҡыҙ. Береһе лә йүнләп ир менән йәшәй алманы. Барыһы ла айырылып, ошо бәләкәй генә йорттарына балаларын эйәртеп ҡайтып, һуғышып йәшәйҙәр. Үҙ-ара ла һуғышалар, хатта ҡартайған ата-әсәһенә лә ҡул күтәрәләр. Бөтәһе лә ныҡ эсә, тәмәке тарта. Өлкән апаһының үҫмер улын ауыл менән тота алмай, махсус интернатҡа ебәрҙеләр бит. Улар хатта шул малайға ла кескәй саҡтан араҡы эсергәнен белдек. Шул ҡурҡыныс хәлдәрҙе алдан күҙаллағандай илап, ялбарып һораным улымдан, “алма уны!” тинем, тыңламаны...”
Судтағы тәнәфес ваҡытында илай-илай улының яҙмышын бәйән иткән әсәнең янынан китә алманым. Коридорҙа торған туғандары ғына түгел, ауылдаштары ла: “Эйе, бер алама бисә “бынамын” тигән ирҙең тормошон боҙҙо бит! Ғәҙеллек булырға тейеш”,- тине асыулы тауыш менән.
Ата-әсәһе ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, 24 йәшлек егет ошо ҡыҙға өйләнә. Ике ҡыҙҙары донъяға килә. “Улыбыҙға тип өй һала башлаған инек. Йәһәтләп шунда сығарҙыҡ. Ярай, бәлки, йәшәп китерҙәр, тип өмөтләндек. Килен булып төштө, ә һандығы ла юҡ ине бит. Улыбыҙ кейендереп кеше рәтенә индереп алды. Беҙҙең ғаилә ҙур, һәр байрам бергәбеҙ, эште өмәләп башҡарабыҙ. Был килен килә, бер нәмә лә эшләй белмәй. Ярай, белмәүҙең ояты юҡ, әммә ул өйрәнергә лә теләмәне. Ҡаҙ өмәләре, һуғым ваҡыты етһә, ярҙамға ҡушып әйткән булабыҙ. Нисәмә йыл йәшәне, бер эшләшмәне. “Мин һеҙгә ялсы түгел!” - тип ебәрер ине. Әйтерһең, яҡшы, етеш тормоштан беҙгә килгән. Икенсе ейәнсәребеҙ тыуғас, ике айҙан юғалды. Ике аҙна өйҙә булманы. Имсәк баланы ташлап, аҙғын яғы тарып сығып китте. Улыма әйттек: “Айырыл”, - тип. Юҡ, теш ҡыҫып түҙҙе. Улыбыҙ эсмәй, аҡсаны яҡшы эшләй, ҡыҙҙарын бик ярата. Килен юрамал ыҙғыш сығара ла, өйҙән сығып китә. Шуны ғәҙәт итеп алды. Кешеләргә: “Ирем һыйҙырмай ҡыуып сығарҙы”, - тип алдай. Бер ай юғалып йөрөгәненән һуң улым тегене индермәне. Йәй ине. Улым ике ҡыҙы менән усаҡлыҡта булғанда, өй эсенә инеп аҫылынып маташҡан. Улым ҡурҡып кире индерҙе. Унан тағы юғалды. Ниндәйҙер ир менән танышып, үҙе айырылышырға булды. Эй, ҡыуаныуыбыҙ шунда! Улым ике ҡыҙы менән ярты йыл тыныс йәшәп ҡалды, төнөн ишекте емерә яҙып кире килеп ингән. Улыма: “Атай-әсәйем ҡыуып сығарҙы, барыр ерем юҡ”, - тигән.
Шунан тағы башланды. Бер юғала, бер ҡайта. Холҡо ныҡ үҙгәрә барҙы. Хатта ҡыҙҙары ла әсәләренән дер ҡалтырап ҡурҡып тора. Мин бер нисә мәртәбә ҡоҙа-ҡоҙағыйға уны психиатрға күрһәтергә, дауаларга кәрәк, тип иҫкәрттем, ләкин мине бер кем дә тыңларға теләмәне. “Үҙең псих булғас ни, балалар араһын болғап йөрөйһөң!” -тип ҡыуылып сыҡтым.
Шунан улыма: “Был һине һәләк кенә итәсәк. Айырыл да, ситкә сыҡ та кит”, -тип кәңәш иттек. Улыбыҙ был юлы беҙҙе тыңланы. Сөнки арыған ине ул да. Әммә килен башын алйотҡа һалһа ла, барыһын да тыңлап йөрөгән икән. Улыбыҙ өйҙә юҡ саҡта уның бар йыйып һалған документтарына ут төрткән. Был хәлгә аптырап ҡалдыҡ. Күп тә үтмәй, улыбыҙҙың кейеменә дә юҡ итте. Ишек алдына сығарып һалған да, яндырған. Был хәлде лә бар ауыл күрҙе. Улыбыҙ уны һаман йәлләп, ошо хәлгә ҡалды ла. Кескәй ике балаһы булыуы ла киленде ҡотҡарып килде. Улым беҙгә күп нәмәне һөйләмәй йөрөгән икән. Себерҙән ҡайтҡан ҡустыһына ғына асылып, нимә эшләргә белмәүен әйткән. Килендең уның өҫтөнә эҫе һыу һипкәне лә, карауатта ятҡанында бысаҡ ырғытҡаны ла булған. Тик улым балалар хаҡына тип түҙгән”.
Эйе, һәр түҙемлектең дә сиге була шул. Ун бер йыл бергә йәшәгәндән һуң, ире ҡатынын үлтерә яҙа. Ул көндө улар ата-әсәһенә ҡунаҡҡа бара. Күптән күрешмәгән, сит яҡтарҙа йәшәгән туғандары менән бергә йыйылалар. Тәүҙә барыһы ла тыныс, матур була. Әммә йәш ҡатын ныҡ эсеп ташлай, унан ҡаңғыра башлай. Ире уны алып ҡайтырға теләй, тик ул өҫтәлде ауҙарып, әшәке һүҙҙәр яңғыратып табындың йәмен боҙоп өлгөрә. Ире уны һөйрәкләп алып ҡайтып китә. “Мин шул саҡта ниҙер булырын һиҙҙем. Сөнки улымдың бер ҡасан да улай ярһығанын күргәнем юҡ ине. Туҡтата алманым шул, беҙҙә ҡалдырһам, нисәмә йыл күрешмәгән туғандарҙан оят ине. Хәҙер үкенәм дә, һуң шул”, - тине әсә кеше.
Ир ҡатынын өйөнә алып ҡайта. Кескәй балалар ҡатындың һеңлеһе менән ҡалған була. Яман итеп аҡырған тауышҡа ҡыҙыҡайҙар уянып илай башлай. “Мин уға балаларҙы уяттың, тым”,- тип әйтеп ҡараным, ул тыңламаны. Кухняға йүгереп инеп, бысаҡ менән һелтәләнә башланы. “Үҙеңде лә, балаларыңды һуям хәҙер!” – тип миңә килә башланы. Мин уның бысағын тартып алдым да, үҙен тотоп алып соланға сығарып быраҡтырҙым. Башы менән стенаға барып бәрелде лә, тымып ҡалды. Әҙерәк айныға башлағандыр тип уйлап, өйгә инеп киттем. Ҡыҙҙарымды тынысландырып, яңынан йоҡларға һалдым. Кухняға сығып сәйнүк ҡуйҙым. Шул ваҡыт балдыҙҙың: “Апайымды үлтергән!” – тип ҡысҡырған тауышын ишеттем. Соланға сыҡһам, ҡатын ята, башының аҫтында ҡан. Мин дә уны үлтергәнмен икән тип уйланым. Күршеләр, ауылдаштар килде. Ҡалғанын үҙегеҙ беләһегеҙ”,- тигән күрһәтмә бирҙе ир.
Адвокаттың: “Был ҡылығығыҙ өсөн үкенәһегеҙме?” – тип һорауына, уйланып ҡалды. Унан: “Эйе, бик үкенәм. Миңә атай-әсәйем әйткән саҡта уҡ айырылырға, тормошомдо яңынан башларға кәрәк булған. Бергә йәшәгән хәлдә лә, ҡатынымды дауаланыуға күндерергә кәрәк булған. Уның, ысынында ла, башы эшләмәгән саҡтары йышайғайны бит...”
Ирҙең был һүҙҙәрен ишетеү менән ҡатын да, уның туғандары ла “гөж” итеп ҡалды. “Әйттек бит, үҙегеҙ дауаланығыҙ, беҙҙе псих итеп күрһәтеп, аҡса түләмәҫкә уйлайһығыҙ. Һаулыҡ зыяны өсөн дә, башҡаһы өсөн дә түләргә тейешһегеҙ! Ул бит инвалид булып ҡала яҙҙы. Табиптарға йөрөргә лә күп аҡса кәрәк”, – тип тауышлана башланылар. Уларҙы көскә тынысландығас ҡына, суд дауам итте.
Ҡатын судьяға биргән күрһәтмәләрендә йыш буталды. Тәүҙә ул: “Мин уға яратып кейәүгә сыҡтым. Бик матур йәшәнек. Ирем яҡшы, эсмәй, донъяны ҡарай”,- тип һөйләп алып китте. Унан апаһының: “Кейәү ҡайҙан һәйбәт булһын?! Яҡшы ир булһа, ошо хәлгә ҡалыр инеңме?!” – тип ҡысҡырыуын ишетеп, бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләй башланы. “Иремдән ҡурҡып йәшәнем. Атай-әсәйемә ҡайтып та ҡарағайным, унда өй бәләкәй булғас, кире килергә мәжбүр булдым. Түҙеп йәшәнем. Ҡәйнәм дә мине һыйҙырманы. Һәр саҡ: “Һин хәйерсе балаһы” тип кәмһетте. Бер ҡайҙа ла эшләмәйһең, тип тә әрләнеләр. Ә ауылда ҡайҙан эш булһын. Ҡыҙҙарымды миңә ҡаршы ҡоторталар, улар миңә “әсәй” тип әйтмәй башланы. Айырылһам, балаларымды бирмәҫтәр тип ҡурҡтым...”
Адвокаттың: “Ә кескәй балаларығыҙҙы ҡалдырып, юғалып йөрөүегеҙ хаҡында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?”, - тиеүенә, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Унан: “Ирем көн күрһәтмәгәс, сығып ҡасыр инем. Унан өйҙә йоҡламағас, ҡайтырға ҡурҡып йөрөнөм. Үлтерер тип уйланым һәр саҡ. Сөнки ҡул күтәрмәһә лә, ҡарашы ныҡ ауыр. Мин уның күҙенә ҡарарға ла ҡурҡам. Һиҙемләүем дөрөҫ булған бит, көскә тере ҡалдым. Ярай, һеңлем “Ашығыс ярҙам” саҡыртып өлгөргән. Ул: “Еҙнәй һине ҡотҡарырға уйламай ҙа ине”, - тине. Ул “скорый”ға шылтыратам тип иремдән телефонын һораған, ә ул бирмәгән. “Дөмөкһөн” тип уйлағандыр инде. Унан ҡәйнәм дә иремде һәр саҡ миңә ҡаршы ҡотортто. “Был алама ҡатындан нисек булһа ла ҡотолорға кәрәк”,-тип әйтеүен әллә нисәмә ишеттем. Улар ҙа минең үлемемде теләп кенә йөрөй. Минең һаулығым ныҡ ҡаҡшаны. Күмәкләп үлтерергә уйлағас, түләһендәр әйҙә! Миңә дауаланырға кәрәк!”
Адвокаттың: “Һеҙҙең һаулығығыҙ тураһында медицина күрһәтмәләре бар. Һеҙ тулыһынса һауыҡҡанһығыҙ”,-тигән һүҙҙәренә ҡатын бигерәк асыуланып, ярһып китте. Теле телгә йоҡмай, буталып, әллә нәмә һөйләй башлаған ҡатынды көскә туҡтата алдылар.
Ғәйепләнеүсене ауылдаштары: “Ауылдашыбыҙҙы бер нисек тә насарлай алмайбыҙ. Тәүҙә татыу ғына йәшәгән кеүек инеләр, һуңынан талашыуҙары ишетелә башланы. Был ҡатындың бысаҡ тотоп ҡаңғырып йөрөгәнен дә беләбеҙ. Суд хөкөм ҡарары сығарғанда ғәйептең бер яҡлы ғына булмауын иҫәпкә алһа ине. Ауылдашыбыҙҙы белгәндәр өсөн был көтөлмәгән фажиғә булды. Ул был енәйәтте аңғармай эшләгәндер, тип уилайбыҙ. Күпме түҙергә була ине? Былай ҙа күрһәтмәләрен тыңлап ныҡ сабыр булған икән, тип һөйләшеп алдыҡ. Егет шундай ауыр заманда ғаиләһен яңы йортта йәшәтә, донъя көтөргә ынтылып ҡына тора. Бындай ирҙәр ҙә күп түгел хәҙер”,- тип яҡлап сыҡты.
Хөкөмгә тарттырылыусының адвокаты: “Уның тәүге тапҡыр енәйәт ҡылғаны, бәләкәй балалары барлығы, ауылдаштары араһында ихтирамлы булыуы – барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Ҡатынының тиҫкәре, насар холҡо ла хәл иткес роль уйнауын аңларға кәрәк…”
Суд барыһын да иҫәпкә алып, ирҙе шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Шулай уҡ ҡатынына әхлаҡи һәм һаулыҡ зыянын ҡаплау өсөн аҡса түләргә лә кәрәк буласаҡ. Тик ҡатын яғы өмөтләнгәнсә ҙур аҡса булмағас, уларҙың ризаһыҙ тауыштары ла сығып алды. Был да уларҙың ни өсөн күмәкләшеп судҡа килеүен яҡшы күрһәтте.
Эйе, бер енәйәтте лә аҡлап булмай. Шулай ҙа ирле-ҡатынлының бер-береһен күрә алмау сигенә етһә лә, һаман бергә йәшәүен күптәр, хатта яҡындары ла аңлай алмай. Ата кешегә кескәй ҡыҙҙарының тамуҡҡа әйләнгән тормоштарын күреп, ир булараҡ, күптән дөрөҫ ҡарарға килергә кәрәк булғандыр. Шулай ҙа көндән-көн никахтары упҡынға тәгәрәүсе был парҙың мөнәсәбәте енәйәт менән барып осланыуында бер кеше генә ғәйепле була алмайҙыр…
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.