Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Суд залынан
9 Сентября , 15:30

Йәнемә тынғылыҡ бирһәгеҙсе

Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ, сөнки ундай янъялға өйрәнеү түгел, күргәнебеҙ ҙә юҡ. Айнур ҙа аптырап тик йөрөгәндер инде шуға нимә әйтергә белмәне. Бер аҙнанан беҙгә килгәс, “айырыл, улым” тип ныҡлап әйттек. Балаларҙың үҙенә эҫенеүен, уларҙы йәлләүен әйтте. Ә бер айҙан улыбыҙ үҙенең махсус хәрби операцияға юлланыуын хәбәр итте. “Әсәй, аңла, һуғыш бара, күпме дуҫтар-таныштар һәләк булды, шундай мәлдә тыныс урында ятыуы уңайһыҙ була башланы”, - тине ул. Улыбыҙ ике мәртәбә генә ялға ҡайтып китте. Һөйөп туя ла алманым, ҡатыны артынан эт кеүек эйәреп йөрөнө. Һуңынан һәләк булыуы тураһында хәбәр килде”,-тип илай ғәзиз улын юғалтҡан әсәй. Эйе, Айнур үҙен батыр яугир итеп таныта. Иптәштәре бик ихтирам итә үҙен. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә батырлығы өсөн ике орден һәм миҙалдарға лайыҡ булып өлгөрә.

Суд залынан

Йәнемә тынғылыҡ бирһәгеҙсе...

Беҙгә, бар рухи ҡиммәттәрҙе аҡса алмаштырған осорҙа йәшәгән, шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһының иң тәүҙә намыҫы таҙа булырға тейеш, дуҫлыҡ, мөхәббәт, туғанлыҡ төшөнсәләре иң ҡәҙерлеһе тип үҫтерелгән быуынға, хәҙерге күп күренештәрҙе ҡабул итеүе бик ауыр. Юҡ, беҙҙең ваҡытта ла байлыҡ өсөн йәнен һатырға әҙерҙәр булғандыр, әммә улар бөгөнгө кеүек күпселекте тәшкил итмәне. Хәҙерге ваҡытта барған махсус хәрби операция ла намыҫ таҙалығына ҙур һынау ул. Сөнки ошо һуңғы йылдарҙағы һуғыш күп замандаштарыбыҙҙың ысын йөҙөн йыртып асты. Ғәзиз кешеләрен юғалтҡан кешеләр көндөҙ - өнһөҙ, төндә һығылып илағанда, бәғзеләр байып ҡалырға маташыуына ҡарап ҡотоң алына...

“Бала саҡтан үҙе бер айырым бала булды инде. Ҡоштар, күбәләктәрҙең осҡанын иҫе китеп ҡарап ултырыр ине. Бесәнгә барып, сәскә йыйып алырға уйлаһаҡ тыйыр ине. “Әсәй, нисек аңламайһығыҙ, улар ҙа бит тере, ә ғүмерҙәре ҡыҫҡа ғына”, - тип кескәй сағынан әйтер булды. Атаһы ҡайһы саҡта: “Бындай нескә күңелле малай буламы? Ул бит буласаҡ һалдат!” - тип асыуһыҙ ғына аптырап әйтеп алыр ине. Ике апаһы, ике ҡустыһы араһында төҫ-башҡа ла айырылып торҙо. Беҙҙең балалар ҡараҡай, ә Айнур улыбыҙ: ҡәйнәмә оҡшап зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө булды. Ауылдағы әсе телдәр “Килен был балаһын урыҫтан тапҡандыр”, - тип тел сарлап ҡараны. Ҡәйнәм ғәйбәтселәрҙең береһен урамда тотоп кәрәген биргәйне, башҡа ундай һүҙ булманы. Айнурыбыҙ ирешеп-талаша ла белмәне. Бала саҡтарында берәй тәмлекәс ҡалдырһаң, йәки ваҡ бәлештәр бешерһәң, туғандары баҫып алып китә ине. Айнур йылмайып ситтә тора. Үҙенә тип ҡалдырған тәмле-татлы ризыҡты ике бәләкәс ҡустыһына өләшеп бирер ине. Әрләп тә, һөйөп тә әйтеп ҡараным: “Һинең дә өлөшөң бар, нишләп барыһын таратып бирәһең”, - тип. Юҡ, тәбиғәтенән шундай ныҡ изге күңелле булды шул. Ауылдаштар уны ярҙамсыллығы өсөн ныҡ яратты. Өйҙәге эштәрҙе генә башҡарып ҡалмай, яңғыҙ йәшәгән ололарға ла барып етер ине. Ни өсөн шул тиклем изгелеге өсөн берәйһенең фатихаһы төшмәне икән...”

Улын юғалтҡан әсәнең күҙ йәштәре йөрәкте әсетеп-әрнетеп, уның ни өсөн ғәҙеллекте даулауын яҡшы аңлай. Эйе, тиҫтерҙәре менән бәхетле бала саҡ мәлен кисереп, ҡаҙ үләнендә аунап үҫеп, үҫмер осоронда күңеленә үтеп ингән тәүге хистәре ҡулына гитара алдырған Айнур юҡ хәҙер. “Айнурҙың ғашиҡ булыуын шунда уҡ беҙ генә түгел, ә бар ауыл белгәндер. Эсендәге – тышында, бер ниҙе йәшерә белмәне. Ауылыбыҙға бер ғаилә күсеп ҡайтты. Айнурҙан бер йәшкә кесе булһа ла, ҡыҙҙары уның менән парта артына килеп ултырҙы. Наҙгөл менән мәктәпкә бергә барып-ҡайтып ҡына түгел, ә буш ваҡытын бергә үткәргән ысын дуҫтарға әүерелделәр. Был дуҫлыҡтан тәүге һөйөү хистәре лә яралды. Айнур улымдың кисерештәрен үҙем дә ныҡ тоя инем. Ҡыҙҙарыма ҡарағанда ул нығыраҡ серҙәш булды миңә. Эштән оҙаҡлаһам да, сәйнүкте ҡайнатып, бешкән ашты һыуытмайым тип ҡалын юрғанға төрөп, мине көтөп ултырыр ине. “Әсәй, мин бөгөн шиғыр яҙҙым. Уҡып ҡара әле”. Үҙенең сикәләре ҡып-ҡыҙыл, ояла. Шиғырҙарында күккә күтәрелгән, алиһәләргә тиңләгән ҡыҙ. Наҙгөлгә арнап яҙылғанын аңлай инем. Унан гитарала уйнарға теләк белдерҙе. Үҙенең уң ҡулы булып, тракторҙан төшмәй ярҙам иткән Айнурыбыҙға атаһы гитараны шунда уҡ алып бирҙе. Айнур техниканы яратыуы, бер ниндәй белемһеҙ уны йүнәтергә лә оҫтара барыуын күреп, ирем ныҡ ҡыуанды. Яҙлы-көҙлө баҫыуҙан ҡайтмайҙар ине икәүләп. Ирем: “Механизаторҙар Айнурҙы маҡтай “беҙҙекеләр йоҡо һимертә, һинеке уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә” тип. Асығып ашарға ултырһаҡ та, иң тәүҙә мине, унан башҡаларҙы хәстәрләй, шунан ғына үҙе ҡалаҡҡа үрелә. Беҙ улыбыҙҙы шулай итеп тәрбиәләргә ваҡытыбыҙ булдымы һуң?” - тип бер аптырап та ҡайтҡайны. Әллә, үҙем дә ғәжәпләнәм, ауыл ерендә балаларға тәрбиә бирергә кәрәк тип уйларға ла ваҡыт ҡалмайҙыр ул. Барыһы ла үҙ яйына бара. Ә Айнурыбыҙҙың булмышы шундай ине”, - тип тағы моңһоу хәтирәләргә бирелә әсәй кеше.

Ҡыҙҙарын яратҡан, уға ныҡлы ҡалҡан булған Айнурҙы Наҙгөлдөң ата-әсәһе лә үҙ итә. Юғары кластарҙа уҡығанда Айнур уларға инеп, хәл белешеп йөрөй. Шул арала хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеп тә өлгөрә. Йәштәр араһында яралған хистәр ғүмерлек булыр тип уйлай барыһы ла.

“Мәктәпте тамамлағас, Айнур менән Наҙгөл тәүге тапҡыр һүҙгә килешкәндер. Улыбыҙ бик бойоҡ йөрөнө. Наҙгөлдөң ҙур ҡалаға, юғары уҡыу йортона бергәләшеп барғыһы килә ине. Ә Айнур урындағы колледжда эшсе һөнәрен алып, ауылда йәшәргә теләне. “Диплом алырһың да, һин дә ҡайтырһың”, - тип оҙатты ул Наҙгөлдө ҡалаға. Үҙе тиҙҙән армияға алынды. Наҙгөл менән хат алышып торҙолар. Улыбыҙҙы армиянан ҡаршы алғас, барыһы ла яҡшылыр тип уйланыҡ. Тик дүртенсе курсты тамамалағас Наҙгөл шундағы ҡала егетенә кейәүгә сыҡты. Айнурыбыҙ ҡара янды, ябыҡты, бөттө лә ҡуйҙы. Наҙгөлдөң ата-әсәһе үҙҙәрен беҙҙең алда ғәйепле тойоп йөрөнө. Бер ҙә ғәйепләмәйбеҙ уларҙы. Тормош бит, көсләп яраттырып булмай. Айнур ҙа бер ҡасан да Наҙгөлдө ғәйепләмәне. “Кейәүгә сығырға булғас, тимәк, ысын һөйөүен осратҡан, бәхетле булһын”, -тип кенә ҡуйҙы. Әммә бер йыл самаһы ябығып тик барҙы, гитараһы тымып ҡалды, шиғыр яҙған дәфтәрен башҡа ҡулына алманы. Армияла тартмаған тәмәкеһен тарта башланы. Шулай күпмелер ваҡыт үткәс, Айнурыбыҙ дингә килде. Тәмәкеһен ташланы. Нисектер тынысланып ҡалды, ҡарашында моңһоулыҡ һаҡланһа ла, элекке ҡиәфәтенә ҡайтты. Эй, ҡыуандыҡ инде! Айнурҙың төрлө хәҙистәр, пәйғәмбәрҙәр тормошо тураһында һөйләгәнен иҫебеҙ китеп тыңлай инек. Атаһы ла: “Улыбыҙ тынысланды. Хәҙер инде шәп кенә ҡыҙҙы килен итеп алғанда”, - тип ҡыуанды. Барыһы ла беҙ уйлағанса булһа ине лә ул...”-тип көрһөнә әсә.

Эйе, яҙмыш үҙенекен эшләй. Бер ҡойоп ямғыр яуғанда Айнур өйгә ике бәләкәй бала эйәрткән йәш ҡатын менән килеп инә. Эңер төшкән, барыһы ла аптырап ҡала. Айнур машинаһы боҙолоп ултырған ике балалы әсәне йәлләп алып ҡайтҡан икән. “Машинаһы ныҡ боҙолған, бынау ямғыр аҫтында яҡшылап ҡарай ҙа алманым. Ҡалаға ара алыҫ ҡына бит, балалары асыҡҡан”, - ти ул.

Иң тәүҙә кескәйҙәрҙе ашатып, тәрбиәләп йоҡларға һалалар. Унан ололар үҙҙәре өҫтәл артына ултыра. Был ҡатын Айнурҙан күпкә өлкән булһа ла, улдарына күҙ-башын уйнатып ултырыуын әсә кеше шунда уҡ күрә һәм шомлана. “Йөрәгем һиҙгәндер инде. Кем нимә тип кенә әйтһә лә, беҙҙең бар бәләләребеҙ эңер төшкәс һис тә тартынмай өйөбөҙгә килеп ингән шул ҡатындан башланды. Айнур уны һуңынан күпме генә яҡлашһа ла, яҙыла алмайым. Барыһы ла тик уның арҡаһында ғына булып сыҡты. Айнурға беҙҙең алда сат йәбешергә тора ине. Икенсе көнөнә улыбыҙ машинаһын ҡалаға алып барып еткереп, балалары менән үҙен дә оҙатып ҡуйҙы. Шунан башҡаса унан ҡотола алманы. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыр ине. “Ярҙам ит инде, шуным боҙолдо, быным”, - тип төндә лә ҡуйманы. Унан “баллалар ауырып китте” тип саҡыра башланы. Бер Айнурға әйттем: “Һинең балаларыңмы ни? Нишләп улар ауырыған һайын, һин сабаһың ул?” - тип асыуландым. “Әсәй, мин уларҙы йәлләйем”,- тиер ине. Ана шул йәлләүе арҡаһында яһил ҡатын менән никах уҡытты. Хатта Наҙгөл дә ауылдан алып китә алмағайны улыбыҙҙы, ә был ҡатын ике ай эсендә барыһын да эшләне. Ауылыбыҙҙа һалған өр-яңы йортон ҡалаға күсерттерҙе. Айнур беҙҙең әр-битәрҙе өндәшмәй генә тыңлай ҙа, ҡатыны ҡушҡанса эшләй ине. Ҡалаға барғанда хәлдәрен беләйек тип индек. Күстәнәстәр тейәп алдыҡ. Теге ҡатын беҙҙе ризаһыҙ ғына ҡаршы алды. Сәй эсергә ултырҙыҡ, ашарға йүнле ризыҡтары ла юҡ. Айнур нисектер көмрәйеп, ҡартайып киткән кеүек. Улыбыҙ өҫтәлгә, унан беҙгә ҡараны ла, ҡатынына: “Шунда бал бар инеме түгелме?” - тип әйтеүе булды, теге китте ярһып. “Һин дә булдыңмы ир?! Йүнләп аҡса эшләй белмәйһең, өйөң яңы булыу менәнме, һаман мебель алып булмай!”

Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ, сөнки ундай янъялға өйрәнеү түгел, күргәнебеҙ ҙә юҡ. Айнур ҙа аптырап тик йөрөгәндер инде шуға нимә әйтергә белмәне. Бер аҙнанан беҙгә килгәс, “айырыл, улым” тип ныҡлап әйттек. Балаларҙың үҙенә эҫенеүен, уларҙы йәлләүен әйтте. Ә бер айҙан улыбыҙ үҙенең махсус хәрби операцияға юлланыуын хәбәр итте. “Әсәй, аңла, һуғыш бара, күпме дуҫтар-таныштар һәләк булды, шундай мәлдә тыныс урында ятыуы уңайһыҙ була башланы”, - тине ул. Улыбыҙ ике мәртәбә генә ялға ҡайтып китте. Һөйөп туя ла алманым, ҡатыны артынан эт кеүек эйәреп йөрөнө. Һуңынан һәләк булыуы тураһында хәбәр килде”,-тип илай ғәзиз улын юғалтҡан әсәй.

Эйе, Айнур үҙен батыр яугир итеп таныта. Иптәштәре бик ихтирам итә үҙен. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә батырлығы өсөн ике орден һәм миҙалдарға лайыҡ булып өлгөрә. Хәрби заданиеға сыҡҡанда яралы командирын ҡотҡарып өлгөрә, әммә үҙе үлемесле яра ала.

Айнурҙың һәләк булыу хәбәрен ишеткән ата-әсә бөгөлөп төшә. Электән йөрәк ауырыулы булған атай кешене ауыр хәлдә баш ҡала дауаханаһына алып китәләр. Бер айҙан ашыу дауалау ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ул үҙен тыуған яҡтарына алып ҡайтыуҙы һорай. Күрәһең, йүнәлә алмаясағын аңлағандыр. Бер айҙан ул мәрхүм була. Үлер алдынан: “Мине Айнурыбыҙ эргәһенә ҡуйығыҙ. Исмаһам, һин ныҡ бул, балалар хаҡына”,- тип әйтә ул ҡатынына.

Ҡайғы артынан ҡайғы кисергән ғаилә Айнур өсөн алына торған дәүләт түләүҙәре тураһында ла уйлап та бирмәй. Нимәһендер төрлө хеҙмәт вәкилдәре шылтыратып үҙҙәре һоратып ала, шулай булмаһа улары эләкмәҫ ине, моғайын. Атаһының эшен дауам иткән ике улы әсәләренә ҡаланан барып трактор һәм башҡа техниканы алып ҡайтырға кәрәклекте белдерә. Тормош дауам итеүен, үҙен ҡулға алырға тейешлеген аңлаған әсә, уныһын-быныһын уйламай “эйе, барып алығыҙ шул” ти. Сөнки техниканы ата һәм өс улы бергәләшеп ала. Тик техниканы алырға барған ике йәш егет өҫтөнән полицияға ғариза яҙыла. Айнурҙың тол ҡатыны: “Минең техниканы урлай яҙҙылар, миңә үлтереү менән янанылар”,- тип белдерә. Был хәлде асыҡлау өсөн айҙан ашыу ваҡыт китә. Шул арала өй янында торған техика юҡҡа сыға. Ҡатын барыһын да һатып бөтә. Әсә кеше “Беҙ һалған өй бит, улай булғас уны йорттан сығарырға кәрәк”, - тип судҡа мөрәжәғәт итә.

Тик Айнурҙың исемендә булған йорт, техника, еңел машина – барыһы ла ниндәйҙер ғиллә менән хәҙер ҡатындың исемендә булып сыға. Әсә кеше улы өсөн дәүләт түләүҙәре күпме булырға тейешлеген тикшерә башлай. Һәм уның күпселек өлөшө ҡатынға күсеүен күреп аптырай. “Беҙ ҡайғылы саҡта ул беҙҙең аҡсаға һалынған йортто, техниканы ғына үҙләштереп ҡалмаған икән. Айнур ялға ҡайтып киткән мәлдә икенсе ирҙән тапҡан балаларын Айнурҙың исеменә яҙҙырып өлгөргән. “Һин улыма үлем теләп, аҡсаны күберәк алайым тип балаларыңды уның фамилияһына күсергәнһең”,- тигәйнем, “Эйе, мин белдем уның шунда дөмөгөрөн, һеҙгә лә күп ҡалмаған, тиҙҙән бабайың артынан китәсәкһең”,- тип аҡырҙы оялмай ҙа”.

Әсә һәм элекке килен араһында суд артынан суд китә. Тиҙҙән йәш ҡатындың һата алырҙай бар нәмәне һатып, ҙурыраҡ ҡалаға күсеп киткәне билдәле була.

“Бер мин генә түгел икән суд тупһаһын тапаған. Улдары МХО-ла һәләк булғандан һуң килендәренән алданған ҡәйнәләр етерлек. Ахырызаман билгеһе шулдыр. Улымды ап-асыҡ итеп төштә күреп, уның тауышын ишеткәндән һуң мин башҡаса дөрөҫлөк дауламаҫҡа булдым”, - тине әсә көрһөнөп.

Эйе, ап-аҡтан кейенеп төшкә ингән Айнур әсәһенә моңһоу ғына ҡарап: “Йәнемә тынғылыҡ бирһәгеҙсе” - тип өндәшә. Күрәһең, көн-төн ут аҫтында йәшәгән халыҡтың азатлығын даулап батырҙарса һәләк булған яугир матди байлыҡтың сүп кенә булыуын аңлатырға теләгәндер...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас