Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
4 Ғинуар , 18:30

Ҡарһылыуҙың ҡайнар күҙ йәштәре

Өмөтөн өҙгән әбей яңылыша башлай. Ә Милә ысынлап та уның юғалған ҡыҙына оҡшаған: шундай уҡ оҙон етен сәстәр, ҙур йәшел күҙҙәр. Әбейҙең көләкәс ҡыҙы мәктәптә йыш ҡына Ҡарһылыу була. Шуға күрә ихаталағы балалар ҙа, унан өлкәндәр ҙә уны Ҡарһылыу тип кенә йөрөткән була. Әбей Миләне ашатып-эсереп, бөхтә итеп йыйыштырылған бүлмәгә индереп йоҡларға һала, үҙе янынан китмәй башынан һыйпап ултыра. Бындай иркәләүҙе күрмәгән Милә шым ғына йөрәкһеп илай. Ҡыҙ әбей янында ҡала, хатта уға “мама” тип өндәшә башлай. Ата-әсәһен юғалтҡандан һуң, яҙмышының тағы ла иң бәхетле мәлен кисерә ул. Әбей ҡайһы саҡта аҡылына ла килә. Ул Миләнең үҙенең ҡыҙы булмауын аңлай, әммә бар йөрәген уға баҫып, тынсып йәшәй. Шуға күрә ҡыҙға 18 йәш тулыу менән өйөн уға яҙҙыра. Бындай бүләктән Милә ҡойолоп төшә. “Фәрештәләр ебәргән ысын әсәйем һиндер”, - тип илай ул. Милә һатыусы булып эшкә урынлаша.

Әҙәм балаһы был донъяла ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуап тотмайынса мәңгелеккә күсмәйәсәк, тигән фекер бар. Шул уҡ ваҡытта уның аламалығы өсөн ете быуынға тиклем балалары яуап бирәсәк, тип тә әйтәләр. Һәр яҙмыш – үҙе бер айырым тарих. Ғүмер биттәре аҡтан буламы, ҡарананмы, әллә аҡлы-ҡаралымы, күп осраҡта билдәһеҙ...

Хөкөм ителеүселәрҙең йышыраҡ ир затынан булғанына күнеккәнбеҙ. Донъяға матурлыҡ, сафлыҡ таратырға тейешле гүзәл заттың ситлеккә эләгеүе яңылышлыҡ кеүек ҡабул ителә. Әммә тормошо ниндәйҙер мәлдә ҡараңғылыҡҡа ҡапланған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яҙыҡ юлға баҫыуын һиҙмәй ҡала.

Милә күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ҙурая төшкәс кенә ул әсәһенең икенсе мәртәбә кейәүҙә булыуын, үҙенән өлкән ике ағаһы һәм ике апаһының атайҙары башҡа булыуын белә. Заводта эшләгән ата-әсәһенең һәр саҡ арып ҡайтыуына, йорттағы бар эш уларҙың өҫтөнә төшөүенә күнегеп үҫә. Өлкән туғандары тиҙ арала ситкә таралып бөтә. Йортта ул һәм ҡустыһы тороп ҡала. Атаһы ғына түгел, әсәһе лә ҡырыҫ булғанға, наҙ, иркәләүҙе тоймай үҫә улар. Таң һарыһы менән эшкә китеп, ҡараңғыла ҡайтҡан ата-әсәнең балаларын һөйөп ултырырға ваҡыты ла ҡалмағандыр. Милә һуңынан ғына шул мәлдәрҙең иң бәхетле икәнлеген аңлаясаҡ. Тәүҙә атаһы, унан әсәһе ҡапыл ауырып китә. Ярты йыл эсендә икеһе лә мәрхүм була. 5 йәшлек ҡустыһын өлкән ағаһы ғаиләһенә ала. Ә бына Миләне ниңәлер береһе лә алырға теләмәй. Үҫмер осорона ингән ҡыҙ ауыр холоҡло була. Шулай ҙа уртансы апаһы ҡыҙҙы үҙенең ғаиләһенә алып ҡайта. Ярты йыл үткәс ата йортон һатып, өлкән туғандары аҡсаһын үҙ-ара бүлешеп ала. Шул саҡта Милә беренсе тапҡыр апаһы менән ныҡ итеп талаша. “Унда ҡустым менән минең дә өлөш бар. Ниңә һеҙ беҙгә тейешле аҡсаны бирмәйһегеҙ? Банкта иҫәп асып, шунда һалығыҙ!”-тип ярһый ул. “Беҙ былай ҙа һеҙҙе ҡарайбыҙ! Детдомға бирмәгәнгә рәхмәт әйт!”-ти апаһы.

Туғандарына асыуланған Милә йәшәгән еренән ҡасып китә. Урамда үҙе кеүек үҫмерҙәр менән таныша. Йәмле йәйҙең башланып торған мәле. Үҫмерҙәр ҡырҙа, йә буш торған өйҙәргә үтеп инеп, шунда йоҡлап йөрөй. Үҙенән күпкә өлкән Владислав менән танышып, уға ғашиҡ була. Уныһы йәй буйы ҡыҙҙы әүрәтеп алып йөрөй. Ауылда яңғыҙ йәшәгән йәш иргә Милә ныҡлап эҫенә. Каникул булғасмы, уны эҙләмәйҙәр ҙә. Ҡыҙ үҙенең ауырға ҡалғанын аңлағас, был хаҡта Владиславҡа һөйөнсөләй. Тик ир ҡояштай балҡып, ҡыуанып торған ҡыҙҙы ныҡ итеп туҡмай һәм ҡыуып сығара. Милә йылға янына барып хәлһеҙләнеп ҡолай. Тыумаған сабыйын юғалта. Көслө температура менән аңһыҙ ятҡан ҡыҙҙы кешеләр табып алып, дауаханаға оҙата. Апайҙары килеп етә. Миләнең эше буйынса тикшереү башлана. Тик ҡыҙ бер нәмә өндәшмәй. Сөнки Владиславтың: “Берәйһенә минең хаҡта әйтһәң, язалап үлтерәсәкмен. Миңә барыбер төрмәгә ултырырға”,- тип әйткән һүҙҙәрен хәтеренә төшөрә.

Яңы уҡыу йылы башлана. Тик Миләнең бөтөнләй уҡығыһы килмәй. Дәрестәрҙе күп ҡалдырған ҡыҙ көскә туғыҙҙы бөтә. Апаһы уның йә училищеға инеүен, йә эшкә урынлашыуын талап итә башлай. Милә өндәшмәй үҙенсә йәшәүен дауам итә. Апаһының әхирәттәрен йыйғанда: “Мин булмаһам, был етемкәй ҡайҙа барыр ине? Ә бит беҙҙең атайҙар башҡа. Тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ булһа ла, түҙәм”, тип һөйләгәнен, ә тегеләренең уны изге күңелле булыуҙа маҡтауын ишетеп, йөрәгендә нәфрәт уяна. Сөнки апаһы уны бөтөнләй үҙ күрмәүен аңлай. Миләлә унан үс алыу теләге уяна. Яҡшы урында эшләгән еҙнәһенең аҡсалы булыуын белә ул. Милә апаһы өйҙә юҡ саҡта йәш ир алдында ярым яланғас йөрөй, уға һырпаланырға ла тартынмай. Владислав менән булған тетрәндергес хәлдән һуң, ҡыҙ бар ир-егеттәргә ытырғаныу ғына тоя. Еҙнәһе һылыу, йәп-йәш кенә балдыҙының иғтибарына ҡаршы тора алмай. Улар осраша башлай. Милә еҙнәһе биргән аҡсаға рәхәтләнеп йәшәй. Хәҙер апаһы уны әрләгәндә лә, еҙнәһе һәр саҡ уны яҡлай. Балыҡҡа йөрөргә яратҡан ир Миләне һәр саҡ үҙе менән ала. Улар тәбиғәт ҡосағында икешәр-өсәр көн ҡунып ҡайта. Тиҙҙән апаһы уларҙың араһында нимәлер барлығын һиҙә башлай. Бер көн ҡунаҡҡа барам тип сығып китеп, ваҡытынан алда ҡайтып инә. Ире һәм һеңлеһен түшәктә тота ул. Ҡатын шунда уҡ Миләгә килеп йәбешә. Бар гонаһта уны ғына ғәйепләп, ҡыуып сығара. Әлбиттә, ҡатын иренең дә ғәйепле булыуын яҡшы аңлай, әммә уның менән айырылғыһы килмәй.

Милә урамда тороп ҡала. Сөнки апаһы уның ҡылығы хаҡында туғандарына арттырып һөйләй. Тик иренә һүҙ тейгеҙергә теләмәй, бар ғәйепте ҡыҙҙың өҫтөнә өйә. Эскәмйәлә ҡайҙа барырға тип аптыранып ултырған ҡыҙҙың янына бер әбей килеп текләп ҡарап тора ла, унан “Ҡарһылыуым минең, Ҡарһылыуым, ҡайттыңмы? Күпме көттөм бит һине!”-тип ҡосаҡлап илай башлай. Милә тәүҙә уны этәрергә уйлай, унан инәйҙән килгән ихлас йылылыҡты тойоп, туҡтап ҡала. “Әйҙә, ҡайттыҡ, һин яратҡан ҡоймаҡтарҙы ҡоям”,-тип етәкләп ала уны әбей.

Улар алыҫ булмаған бер бәләкәй өйгә килә. Әбей, ысынлап та, йәһәтләп йөрөп ҡоймаҡ туҡый башлай, үҙе туҡтауһыҙ ниҙер һөйләй, көлә-шатлана. Килеп ингән күрше ҡатындан Милә әбейҙең ун йыл элек ҡыҙын юғалтыуын белә. Уны күпме эҙләһәләр ҙә, тапмайҙар. Өмөтөн өҙгән әбей яңылыша башлай. Ә Милә ысынлап та уның юғалған ҡыҙына оҡшаған: шундай уҡ оҙон етен сәстәр, ҙур йәшел күҙҙәр. Әбейҙең көләкәс ҡыҙы мәктәптә йыш ҡына Ҡарһылыу була. Шуға күрә ихаталағы балалар ҙа, унан өлкәндәр ҙә уны Ҡарһылыу тип кенә йөрөткән була. Әбей Миләне ашатып-эсереп, бөхтә итеп йыйыштырылған бүлмәгә индереп йоҡларға һала, үҙе янынан китмәй башынан һыйпап ултыра. Бындай иркәләүҙе күрмәгән Милә шым ғына йөрәкһеп илай. Ҡыҙ әбей янында ҡала, хатта уға “мама” тип өндәшә башлай. Ата-әсәһен юғалтҡандан һуң, яҙмышының тағы ла иң бәхетле мәлен кисерә ул. Әбей ҡайһы саҡта аҡылына ла килә. Ул Миләнең үҙенең ҡыҙы булмауын аңлай, әммә бар йөрәген уға баҫып, тынсып йәшәй. Шуға күрә ҡыҙға 18 йәш тулыу менән өйөн уға яҙҙыра. Бындай бүләктән Милә ҡойолоп төшә. “Фәрештәләр ебәргән ысын әсәйем һиндер”, - тип илай ул. Милә һатыусы булып эшкә урынлаша.

Ҡиәмәтлек әсәһе итеп алған өлкән ҡатындан күп нәмәгә өйрәнә ул. Улар икәүләшеп бәхеттә, тыныс тормошта дүрт йыл ғына йәшәп ҡала. Милә иртәнсәк ҡоймаҡ еҫенә уянып өйрәнгән була. Тик был юлы әбейҙең һаман йоҡлап ятыуын күрә. Шым ғына баҫып, эшенә китергә уйлай. Әммә ниҙер һиҙенеп карауат янына килә һәм бәхетле яҙмыш бүләк иткән ҡәҙерле кешеһенең мәңгелек донъяға күсеүен аңлай. Был юғалтыуҙы Милә үтә ауыр кисерә. Ҡиәмәтлек әсәһе үҙе менән бар шатлыҡты һәм тормошоноң йәмен алып киткәндәй була. Оҙаҡ эшкә сыҡмаған өсөн уны эштән сығаралар. Милә бер складҡа йыйыштырыусы булып урынлаша. Тауарҙың күплелеге һәм төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Милә ипләп кенә әйбер ташый башлай. Урланған тауарҙы арзаныраҡ хаҡҡа таныштарына һата. Аҡсаһы күбәйгән һайын, ҡомһоҙлана бара ул. Хәҙер уның бер хыялы була – икенсе яҡҡа күсеп китеү. Ә бының өсөн аҡса кәрәк. Күпләп урлай башлаған Милә тотола. Склад хужаһына: “Аҡсаны ҡайтара алмайым”,- тигән ҡыҙҙы хөкөмгә тарттыралар. Был юлы ул шартлы рәүештә иректән мәхрүм итеү менән ҡотолоп ҡала. Суд һалған штрафты һәм урланған аҡсаны тулыһынса ҡайтарыу ҡарары менән килешә алмай Милә. Суд приставтары туҡтауһыҙ килә башлағас, өйөн бикләй ҙә, фатирға инә. Шул ваҡытта уның башына тағы бер уй килә. Фатир эҙләгән кешеләр күп, тимәк, ошоноң менән файҙаланып аҡса эшләргә була. Ул тәүлеккә фатир биреүе тураһында иғлан тарата. Тәүҙә үҙе йәшәгән урынды ҡалдырып, командировкаға килгәндәрҙән аҡса алып йөрөй. Тиҙҙән был хаҡта фатир хужаһы белеп ҡала һәм уны ҡыуып сығара. Милә икенсе йәшәү урынын таба. Бында һаҡ ҡыланырға тырыша. Ә бер көн ул фатирға кеше индереп өлгөрә, ә йоҡларға урын һораған тағы бер ир килеп сыға. Милә уға тәүҙә аҡса күсерергә кәрәклеген белдерә. Ир тейешле сумманы ебәреү менән, телефонын һүндерә. Милә бер нисә сим-карта менән эш итә башлай. Бер ирҙән ул ярты йылға фатир өсөн түләү ала һәм юҡҡа сыға. Йәш ғаиләне алдап маташҡанда – тотола. Уларҙан Милә бер йылға аҡса алған була. Ҡыҙ тағы суд алдына баҫа. Был юлы, алдағы хөкөм ҡарары көсөндә булғанға, ул колония-поселениеға ебәрелә. Яҡшы тәртибе өсөн алданыраҡ сыҡҡан ҡыҙ, поезда Альфред менән таныша. Ир-егеттәргә быға тиклем тик нәфрәт хистәрен кисергән Милә тәү ҡараштан ғашиҡ була. Сөнки йәш ир бик наҙлы, аҡыллы итеп һөйләшә. “Шундай һылыу ҡыҙ ысынлап та кейәүҙә түгелме ни? Һин минең өлөшөмә төшкән көмөшөм, Ҡарһылыу”,-тигән һүҙҙәрҙе ишетеп бөтөнләй иреп төшә.

Улар Миләнең әбейҙән ҡалған өйөндә йәшәй башлай. Альфред бер аҙнанан юғалып ала башлай. Бер көн өр-яңы иномаркала килеп туҡтай, Миләне бүләктәргә күмә. “Беҙгә ҙур ҡалаға күсеп китергә кәрәк. Бында һине саҡырыр йүнле ресторан да юҡ. Ә һин бит минең батшабикәм”,-тип башын әйләндерә ул Миләнең.

Тиҙҙән улар өйҙө бикләп 200 саҡрымдағы ҙур ҡалаға китәләр. Альфред уны бай йыһазлы, ҙур фатирға алып килә. Вәғәҙә иткәнсә, шул уҡ кисте ресторанға алып бара. Милә бында барыһының да Альфредты яҡшы белеүенә аптырай. Бер ир килеп: “Дә, дуҫ, ҡошсоҡтоң аҫылын эләктергәнһең”,-тип Миләгә күҙ ҡыҫып китә. Ысынлап та, ҡыҙ Альфред алып биргән зауыҡлы кейемгә төрөнгәс, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелә. Оҙон сәстәрен туҙғытып, тәненә һылашып торған күлдәк кейгән ҡыҙҙан күптәр күҙен дә алмай ине. Милә үҙен әкиәттәге кеүек хис итә. Бер ҡайҙа эшләргә, ашығырға кәрәкмәй. Туйғансы йоҡлай, матурлыҡ салондарына йөрөй, теләгәнен ашай. Альфред ваҡыты менеән юғалып алһа ла, уны һәр саҡ хәстәрләй. Милә уға кейәүгә сығып, бала табыу тураһында хыяллана. Уларҙың мөнәсәбәте нәҡ шулай буласағына шикләнмәй ҙә. Яңы йылды ҡаланың иң шәп ресторанында ҡаршыларға хәл итәләр. Альфред унда дуҫтары ла буласағын алдан әйтә. Әммә кискеһен барырға тейеш булһалар ҙа, ир оҙаҡлай. Шул саҡ ишек ҡыңғырауы яңғырап китә. Милә йүгереп барып ишекте аса. Унда бөтөнләй таныш булмаған ир тора. “Альфред һине ресторанда көтә, мине алырға ебәрҙе. Ошо кейемде кейергә ҡушты”, -тип ҡулындағы Ҡарһылыу костюмын тоттора уныһы. Милә аптырап: “Был ниндәйҙер сюрпризмы?”-тип һораны. Ир йылмайып: “Иҫ китмәле!”-тип яуап бирә.

Милә ашығып кейенә башлай. Ҡарһылыу костюмы уның оҙон аяҡтарын да, түшен дә аса ине. Нәҡ кинола күрһәткән еңел холоҡло ҡыҙҙарҙың кейеме. “Ярай, Альфредҡа оҡшай икән, булһын. Моғайын, ул миңә тәҡдим яһарға уйлайҙыр”,-тип уйлай Милә йөрәкһеп.

Ҡарһылыу кейемендәге ҡыҙға ир тамшанып ҡарағандай тойола. Ресторанда уны быға тиклем белмәгән ишектән, икенсе яҡҡа алып китәләр. Кәрт өҫтәле артында күмәк ирҙәр ултыра. Альфред та шунда. Миләне күреп, уның янына йылмайып килде. Унан ҡыҙҙы етәкләп бер ир янына алып барҙы ла: “Бына! Машинанан күпкә шәп бит!”-тип һаһылдап көлдө. Уға башҡа ирҙәр ҙә ҡушылды. Берәүһе: “Был Ҡарһылыуҙы тағы ла отошҡа ҡуйһағыҙ, мин дә уйнайым”,-ти.

Бер нәмә лә аңламаған Миләне тағы ҡайҙалыр һөйрәкләп тигәндәй алып сығып китәләр. Ярым ҡараңғы бүлмәгә этеп индерәләр. Уныһында бер ҙур карауаттан башҡа бер нәмә юҡ. Артынан килеп ингән баяғы ир уға Альфредтың кәрткә машинаһын оттороуын, унан иномаркаһы урынына Миләне тәҡдим итеүен, ә ул риза булыуын әйтә. Асыуҙан, ҡот осмалы хәлдән, хыянаттан ярһыған ҡыҙ емеш-еләк янында ятҡан бысаҡты алып иргә ташлана. Тауышҡа башҡалар йүгереп ингәнсе иргә бер нисә тәрән йәрәхәт эшләп өлгөрә. Уны табиптар көскә ҡотҡарып ҡала.

Ҡулға алынғанда Милә бер һүҙ өндәшмәй, ул быларҙың барыһы ла үҙе менән булғанына ышанмай, тораташтай ҡатып ҡала. Бер нөктәгә төбәлгән буш ҡараштан үҙенән-үҙе, бер туҡтауһыҙ йәштәр генә ҡойола. Яҙмышын ҡәһәрләгән Ҡарһылыуҙың ҡайнар күҙ йәштәре...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртелде.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас