Суд залынан
“Ғүмерлек яза, мәңгелек ғазап булды был миңә...”
“Енәйәтсе ошо була инде”, -тип бышылдап ҡына бер йәш ирҙе күрһәттеләр. Мин уға иғтибар менән ҡарайым. Килешле генә кейем, сәсен матур итеп тарап ҡуйған, йөҙө тыныс кеүек. Шул саҡ ҡараштарыбыҙ осрашты. Йә Хоҙай! Күңел ғазабы, һағыш, йән әрнеүе-барыһы ла сағыла ине уның күҙҙәрендә! Ниңәлер кеше үлтергән енәйәтсегә бөтөнләй оҡшамаған ине ул.
Суд барышында ғәйепләнеүсенең, шаһиттарҙың һөйләгәнен тыңлап, күңел тетрәнеүе кисерҙем. Үҙемде тәржемәсе булараҡ тыныс тоторға, ярҙам итергә тейешлегем, хис-тойғоларҙы күрһәтергә ярамауы менән генә тынысландыра алдым. Шулай ҙа кеше яҙмыштары хәл ителгән урындан йөрәгең урынынан ҡубып, арыуыҡ ваҡытҡа төн йоҡоларыңды онотоп сығаһың шул...
Тормош йәме бөттө
Рәил менән Динә бер-береһен бик яратып өйләнешә. Күпмелер ваҡыт йәш ғаилә башлығына һөйөклөһөнөң әсәһе менән бер йортта йәшәргә тура килә. Ҡыҙын тормошҡа сығарған һәр әсә кеүек тәүҙә кейәүен һынап йөрөгән ҡәйнә тыныслана. Иншаллаһ, кейәүе Динәне күтәреп кенә йөрөтә, бер ауыр эш тигеҙмәй. Һөйөклөһө ауырға ҡалғас Рәилдең шатлығынан түбәһе күккә тейә. Ауыл халҡын аптыратып үҙе һыйыр һауа, керен дә йыуа, ашарға бешерә. Шул уҡ ваҡытта яҡындағы ҡалала слесарь булып эшләй. Динәһе бер-бер артлы ике бала табып бирә Рәилгә. Сабыйҙары үҫә төшкәс, улар ҡала ятағына барып урынлаша. Рәил, ғаиләһе башҡалар алдында кәм-хур булмаһын тип, көнө-төнө эшләй. Ҡатынының өйҙә ултырыуына ул ҡыуана ғына. ”Балаларым тәрбиәле булыр, өйҙән нур китмәҫ”, -тип уйлай Рәил.
Динә тиҙ арала ятаҡта үҙенә әхирәттәр таба. Улар менән бергәләшеп “яңы күлдәк йыуырға” ла өйрәнеп ала. Кейәүҙә булмаған әхирәттәре янына ир-егеттәр ҙә йыйыла. Рәил эштән ҡайтыуға йыш ҡына балалар бүлмәлә бикләп ҡалдырылған була. Тәүҙә ғаилә башлығы: “Динәнең кешеләр менән аралашҡыһы киләлер”, -тип, уны аҡлай. Ләкин һәр саҡ аш бешереп, кер йыуып өлгөргән ир, үҙе өйҙә юҡ саҡта балаларының ас ултырыуына йәне көйә башлай. Рәилгә бер нисә тапҡыр ҡатынын мәжлестән алып ҡайтырға тура килә. Икенсе ваҡыт ят ирҙең тубығында ултырған Динәнең яңағына сәпәй. Әммә иҫереп алған ҡатынға шул да етә. Рәилдең эшкә киткәнен көтөп ала ла, балаларын алып, ауылға ҡайтып китә. Һөйөклөһөнән, ғәзиз улдарынан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған Рәил уны бер нисә ай буйы кире ҡайтырға өгөтләй. Ғаилә тағы бергә йәшәй башлай. Динәнең күңел асырға яратыуына Рәил күҙ йоморға тырыша. Бер кис, эштә авария булып, уға бик һуң ҡайтырға тура килә. Балаларының ҡараңғы бүлмәлә ҡурҡышып илап ултырыуы уның һарыуын ҡайната. Ятаҡ буйлап эҙләп таба Динәне. Әсә иҫе лә китмәй бер бүлмәлә табын артында, йырлап ултыра. Рәил уны һөйрәтеп алып сығып, һуғып осора. Икенсе көнөнә килеп еткән ҡәйнәһе бер нисә көн уларҙа йәшәй. Динә был көндәрҙә юғалып тормаһа ла, ҡайҙалыр “төшөрөп” килә. Ҡәйнә кейәүенә сабырлыҡ теләп ҡайтып китә. Үҙенең артынса тиерлек килеп төшкән ҡыҙын кире ҡыуа. Әммә Динә: “Ул мине туҡмай, көн күрһәтмәй”, -тип кенә ҡуя. Атаһын һағынып илаған ейәндәрен йәлләп, өләсәләренең йөрәге әрней. Тиҙ арала һаулығы ҡаҡшап, ул дауаханаға эләгә. Бигерәк тә кешеләрҙең: “Әллә кем булып йөрөгән ҡыҙыңды күрҙеңме инде”, -тип үсәүҙәре бөтөрә уны.
Шул арала Динә төрмәлә ултырып сыҡҡан Олег менән таныша. Оҙайлы ваҡыт дауахананан сыҡмаған әсәһенең юҡлығы менән файҙаланып, уны йортҡа индерә һәм, ашығыс рәүештә Рәил менән никахын тарҡатыуҙы һорап, ғариза яҙа. Судья “Ул мине балаларым алдында туҡмай, эштән һуңлап ҡайта” тип зарланған ҡатынға ышана һәм уларҙы айыра.
Рәил өсөн тормош йәме бөтә. Ул саҡтағы күңел торошо тураһында ир: “Тәүҙә: “Артабан миңә ни өсөн йәшәргә?” Унан: “Динә, аҡылыңа кил, беҙҙең улдарыбыҙ бар бит”, -тип ялбарҙым. Бөтә донъяны яңғыратып: “Ни эшләнең һин!” -тип ҡысҡырғым килде”,-тип хәтерләй.
Юҡ, Рәил күп ирҙәр кеүек эскелеккә һалышмай. Дуҫтары әйтеүенсә, ҡатыны менән айырылышҡандан һуң ул ҡырҡа үҙгәрә: бар өҫтәмә эштәргә йөрөй, бер кем менән дә һөйләшмәй, баш баҫып эшләй ҙә эшләй. Рәил Динәнән балалары менән осрашырға рөхсәт биреүен ялбарып һорай. Уныһы дүрт ай уйлағандан һуң ризалыҡ бирә. Рәил балаларына төрлө уйынсыҡтар, тәм-том алып юлға сыға. Ҡәйнәһе уны күреп ҡыуанып, ҡосаҡлап ала. Олег өйҙә булмай сыға. Рәил рәхәтләнеп балалары менән уйнай-шаяра. Ир балаларҙың үҙенә атай тип өндәшмәүенә сәйерһенә. Тиҙҙән Динә менән Олег ҡайтып инә. Малайҙар әсәһенә уйынсыҡтарҙы күрһәтеп ҡыуаныша. Шул саҡ Динә: “Бар, атайығыҙ ҙа ҡараһын”,-ти. Малайҙар берсә Олегҡа, берсә Рәилгә ҡарап ҡатып ҡала. Динә шул саҡ тамаҡ төбө менән: “Я вам что сказала!”-тип аҡыра. Малайҙар урыҫ иренә: “Папа, смотри, что нам Раиль привез”,-тип уға ыңғайлай. Рәил йәберһенеп Динәгә ҡарай. Барыһын да ишетеп-күреп торған ҡәйнәһе илап бүлмәнән йүгереп сығып китә.
Бысаҡтан ҡан тама ине
Олег Динәгә өҫтәл әҙерләргә ҡуша. Ҡатын билмән ултырта, ир араҡы сығара. Шул саҡ Олегтың ағаһы менән ҡустыһы ла килеп инә. Бер аҙҙан Олег Рәилде тышҡа саҡырып сығара. “Нимәгә килдең бында? Беҙҙең араны болғап йөрөмә”,- ти ул. Рәил ҡатыны менән айырылышһа ла, балаларын ҡалдырмаясағын белдерә. Улар һүҙгә-һүҙ килеп талашып китә. “Һин балаларыңа кәрәкмәйһең!" -тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, Рәил ҡыҙа башлай, әммә шул саҡ йән әрнеткес бала тауышы ишетелә. Рәил арттарынан сыҡҡан өлкән улын күрә. Уны ҡосаҡлап, ҡәйнәһенең янына алып бара. Шуп саҡ тупһа ситенә ҡыҫтырылған бысаҡ күҙенә ташлана. “Әгәр Олег туғандары менән килеп йәбешһә”тигән уй менән бысаҡты һалып ала.
Кире аш бүлмәһенә барып ингәндә ундағылар ярайһы ғына иҫергән була. Үҙе ауыҙына бер тамсы ла иҫерткес эсемлек алмаған Рәилгә барыһы ла ытырғаныс булып тойола. Боролоп сығып китергә уйлай ҙа, шул саҡ бер ҡулына рюмка, икенсе ҡулына “закуска” тотоп бейеп йөрөгән Динәне күреп ҡала. Әле лә өҙөлөп яратҡан һөйгәненең туҙған сәстәренә, иҫерек йөҙөнә ҡарап: “Һиңә ошондай тормош кәрәк инеме ни?”- тип һорай. Динә уға текәлеп ҡарап торғандан һуң: “Тиҙерәк бисә ал да, ул һиңә балалар тапһын. Ә улдарың тиҙҙән Олегтың фамилияһына күсәсәк”, - тигән зәһәр яуап ҡайтара. Рәил уға: “Какая же ты тварь”, -тип кенә әйтә ала. Уның һүҙҙәрен ишетеп ҡалған Олег Рәилде һөйрәтеп тышҡа алып сыға. Арттарынан Динә лә эйәрә. Рәил үҙенән буйға күпкә бейегерәк һәм көслөрәк булған Олегтан бала кеүек һөйрәтелеп сығыуына ғәрләнә. Уныһы етмәһә: “Да такие, как ты, только “петухами” и могут быть. У нас на зоне с ними разговор был короткий”, -тип хахылдай, уға ҡушылып Динә лә көлә. Шул саҡ Олег Рәилде ергә баҫтырып, битенә һуға. Ул тәкмәсләп барып төшә. “Әҙәм мәсхәрәһе,-тип уйлай Рәил. - Йоҙроҡлап һуҡһа, күпкә һәйбәтерәк булыр ине. Биткә сабыуҙан ғына тәгәрәгән ирҙе Динә нисек яратһын инде!”
Шул саҡ ҡулы ҡаты әйбергә барып төртөлә. Бысаҡ! Рәилдең күҙе алдынан ғәзиз улдарының ят кешегә “атай” тип өндәшеүҙәре, ҡатынының үҙенән мыҫҡыл итеп көлөүе, бергә йәшәгән ваҡыттарының бәхетле һәм ҡайғылы саҡтары үтте. Иҫенә килгәндә уның ҡулындағы бысаҡтан ҡан тама ине инде…
Кеше үлтереүсе булып йәшәмәйем
Рәилдең аңлатмаһынан:
“…Нисек, ҡасан Олегҡа сәнскәнемде иҫләмәйем. Динәнең “Үлтерҙең! Үлтерҙең!” тигән тауышынан айныным. Ҡулым ниндәйҙер бушлыҡҡа батҡан кеүек кенә булды. Хәҙер мине төрмәгә бикләйәсәктәр тип, улдарым менән хушлашырға булдым. Әммә мине өйгә индермәнеләр. Үҙ-үҙемә ҡот осҡос ҡурҡыныс кеше булып күрендем. “Кеше үлтереүсе, кеше үлтереүсе” тигән һүҙҙәр мейемде бырауланы. Былай йәшәй алмаясағымды белә инем мин, шуға үҙемә ҡул һалырға булдым…”
Рәил, ергә тубыҡланып тороп, бар кешеләрҙән, Хоҙай Тәғәләнән ғәфү үтенгәндән һуң ҡулындағы бысаҡты үҙенә ҡаҙай. Ауыртыуҙы һиҙмәгән ир бысаҡты тағы ла тәненә батыра. Урғылып сыҡҡан ҡанын йәшерергә тырышып, “Улдарымды күреп үләйем”, -тип Динәләргә юллана. Был ваҡытта Олегты “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙаталар. Ул бер сәғәттән йән бирә. Рәилгә балаларын күрергә насип булмай. Уны ҡыуып ебәрәләр. Рәил ҡалаға тиклем йәйәү бара. Яҡты йондоҙҙарға ҡарап үлемен көткән ир тәненән урғылып аҡҡан ҡандың ап-аҡ ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырыуын күрмәй ҙә, тоймай за. Ҡаланың емелдәгән уттарына ҡарап, улдары менән бергә сана, саңғы шыуырға йөрөгәнен хәтерләй. Иҫен юғалтыр алдынан туй күлдәге кейгән һөйөклө Динәһе күҙ алдына килеп баҫа. Рәилде юлдан табып алып, тура дауаханаға оҙаталар. Күп ҡан юғалтҡан был кешенең тере ҡаласағына хатта табиптар ҙа ышанмай. Әммә ул йүнәлеп, хөкөм эскәмйәһенә ултыра. Судҡа Рәил менән бергә эшләгән иптәштәре, күршеләре, дуҫтары килгәйне. Улар ғәйепләнеүсене төрмәгә ебәрмәүҙе ялбарҙы. Динәнең әсәһе: “Әгәр миңә ғәзиз балаларым исем менән өндәшеп, сит-ят кешегә “әсәй” тип әйтһә, мин бар донъяны шартлатыр инем. Кейәүем һәйбәт кеше, тик ҡыҙым ғына уның ҡәҙерен белмәне”,-тип ярһыны.
Һуңғы һүҙ биргәс, Рәил ярлыҡауҙы ла, төрмәгә ебәрмәүҙе лә үтенмәне. Олегтың туғандарына ҡарап, “Әгәр кисерә алһағыҙ, кисерегеҙ! Мин Олегты үлтерергә теләмәгәйнем. Ғүмерлек яза, мәңгелек ғазап булды был миңә”,- тине.
Рәилдең күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аҡһа ла, ул ялбарыулы ҡарашын Олегтың туғандарынан алманы. Был ҡарашты күтәреү мөмкин түгел ине. Күрәһең, шуғалыр Олегтың апаһы башын эйеп: “Ярай инде, икегеҙҙә лә бар ине ғәйеп”,-тине.
Суд барыһын да күҙ уңында тотоп, Рәилде шартлы рәүештә хөкөм итте.
Эйе, донъяла нисә кеше, шунса яҙмыш бар, тиҙәр. Әммә ҡайһы берәүҙәр үҙ теләге менән тормошон ағын һыуға һала, икенсе инеү урын эҙләү урынына, үҙе алдындағы мәңгелеккә ябылған ишекте шаҡарып булһа ла, асырға маташа... Был енәйәттең сәбәбен дә күптәр мөхәббәткә бәйләне. Ҡасандыр бөйөклөктәргә әйҙәгән хис-тойғо енәйәткә этәрһә, уның арыраҡ йөрөүе хәйерлерәк түгелме икән?..
Гүзәл Иҫәнгилдина.
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, исем-шәрифтәр үҙгәртелде).